

2022 йылдың 29-30 июлендә Баймаҡ районының Граф күле буйында "Башҡорт аты" республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале үтә. Төрлө мәҙәни-күңел асыу сараларынан тыш, сара эшлекле программа майҙансығы буласаҡ.
Унда башҡарма власть органдарының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, йылҡысылыҡ хужалыҡтары һәм тоҡомсолоҡ репродукторҙары, зоотехниктар, генетика, селекция һәм аттарҙы тоҡомло үрсетеү өлкәһендәге ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Улар “түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостанда йылҡысылыҡ тармағын селекция һәм технологик яҡтан тәьмин итеүҙең мөһим мәсьәләләрен, был өлкәлә эшмәкәрлектең төп йүнәлештәрен, проблемаларҙы, шулай уҡ тоҡомдо камиллаштырыу юлдарын тикшерәсәк.
Бынан тыш, сараның икенсе көнөндә Башҡортостан дәүләт аграр университеты менән "Аҡбуҙат" республика йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге белгестәре башҡорт тоҡомло аттарҙы бонитировкалау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрәсәк: тоҡомсолоҡ ҡиммәтен нисек билдәләү һәм аттарҙы комплекслы баһалау менән таныштырасаҡтар. Был хеҙмәтте даими алып бармағанда, һөҙөмтәле селекция эшен төҙөү мөмкин түгел.
Фестиваль барышында махсус рәүештә бейә һөтөнән шифалы эсемлек яратыусылар өсөн Республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул төбәктә даими үткәрелә һәм ҡымыҙ яһаусы һөнәрен популярлаштырыу, милли эсемлек етештереү технологияһында алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсаттарын күҙ уңында тота. Быйылғы конкурста 20-нән ашыу райондан ҡымыҙ бешеүселәр ҡатнашырға теләк белдергән. Абруйлы жюри хөкөмөнә республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә етештерелгән ҡымыҙ тәҡдим ителәсәк.
Фото: "Башинформ".