

Стәрлетамаҡтың “Башпласт” компанияһы – полимер компаундтар етештереү өлкәһендәге юғары технологиялы, йылдам үҫкән заманса предприятие.
“Башпласт”тың технологик линияларында кабель һәм электр техникаһы сәнәғәте, төҙөлөш индустрияһы, автомобиль сәнәғәте, көнкүреш техникаһы, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү өсөн полимер компаундтар сығарыла. Продукция ассортиментына поливинилхлорид, полиолефиндар нигеҙендә эшләнгән тиҫтәләрсә пластификацияланған компаундтар рецептураһы инә.
2013 йылдан компания Рәсәйҙә тәүге тапҡыр силан нигеҙендәге химик берләшмә ҡушылған полиэтилен етештерә башлай. Әле илебеҙҙәге баҫымды күтәреүсе изоляцияланған үткәргес сымдың яртыһынан күберәге Рәсәйҙә етештерелгән материалдарҙан эшләнгән. “Башпласт" шулай уҡ, яңы ҡаҙаныштарын ғәмәлгә индереп һәм яңы материалдар уйлап табып, Бөтә Рәсәй кабель сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты менән хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, 2013 йылда тармаҡ институты “Башпласт”ҡа янғын хәүефе түбән булған пластикаттар етештереүгә лицензия биргән. Улар атом электр станциялары һәм оборона сәнәғәте кеүек иң яуаплы сәнәғәт объекттары өсөн тәғәйенләнгән кабелдәрҙә ҡулланыла ала.
Предприятиеның үҙ лабораторияһы бар. Ул сеймалға һәм әҙер продукцияға контроллек итә. Хеҙмәткәрҙәр изделиеларҙы янғын хәүефһеҙлегенә, физик-механик үҙенсәлектәренә һынап ҡарай.
“Элек беҙҙә кабель пластикаттарына ғына һынау үткәрелә торғайны. Хәҙер иһә лабораторияның аккредитациялау өлкәһен киңәйттек һәм кабель продукцияһын янғын хәүефһеҙлеге буйынса һынап ҡарайбыҙ”, – ти һынау лабораторияһы начальнигы Татьяна Козлова.
Предприятие үҙенең продукцияһы өсөн илебеҙҙә етештерелгән сеймалды ҡуллана.
“Һәр кеше көндәлек тормошта кабель-үткәргес сым продукцияһын файҙаланмай ҡалмай. Мәҫәлән, автомобиль капотын асһағыҙ, унда төрлө төҫтәге әллә күпме сым күрерһегеҙ. Быларҙың барыһы ла беҙҙең кабель пластикатынан эшләнгән. Беҙ партнерҙарҙың заказы буйынса буялмаған, йәки аҡ, ҡара тышлы кабелдәр сығарабыҙ. 11 технологик линия бар, йыл һайын 1100 тонна продукция етештерәбеҙ. Поставкалар даирәһе киң, Рәсәйҙе генә түгел, яҡын сит илдәрҙе лә үҙ эсенә ала”, – ти участка начальнигы Павел Иванов.
Фото: "Башинформ".