Иҡтисад
28 Июль 2022, 04:30

Ике көн барасаҡ

Бөгөн Өфө “189-сы “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муницпаль) заказ тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттарына идара итеү моделе” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһен үткәреү майҙанына әйләнде

Ике көн барасаҡИке көн барасаҡ
Ике көн барасаҡ

Бөгөн Өфө “189-сы “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муницпаль) заказ тураһында”ғы Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттарына идара итеү моделе” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһен үткәреү майҙанына әйләнде.

Быйыл семинар-кәңәшмәгә Рәсәйҙең 30-ан ашыу төбәгенән делегаттар килде. Сараның пленар ултырышының төп спикеры – Рәсәйҙең финанс министры урынбаҫары Алексей Лавров.

Семинар эшендә  халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, физик культура һәм спорт, финанстарға дәүләт идара итеүе өлкәһендәге башҡарма власть төбәк һәм федераль органдары етәкселәре һәм вәкилдәре, шулай уҡ социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре ҡатнаша.

Эксперттар ике көн дауамында 2021 йылда 189-сы “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муницпаль) заказ тураһында”ғы Федераль закондың тормошҡа ашырылышы тураһында һөйләшәсәк, шулай уҡ төбәктәрҙәге уңышлы тәжрибә менән уртаҡлашасаҡ, социаль заказ механизмы үҫешенең мөмкин юлдарын асыҡлаясаҡ.

Фото: minfin.bashkortostan.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас