Иҡтисад
28 Июль 2022, 16:15

"Ниндәй эш хаҡы биреүегеҙ мөһим"

Инвестиция комитеты кәңәшмәһендә сираттағы проекттар ҡаралды.

"Ниндәй эш хаҡы биреүегеҙ мөһим""Ниндәй эш хаҡы биреүегеҙ мөһим"
"Ниндәй эш хаҡы биреүегеҙ мөһим"

28 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестсәғәт” форматында төбәктең Инвестиция комитеты кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы башланғыстар ҡаралды.

“Рус йәрминкәләре - Башҡортостан” компанияһы генераль директоры Гилал Гуршумов Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта ивестициялар күләме 900 миллион һумға тиклем тәшкил иткән күп функциялы сауҙа-күңел асыу комплексын асыу концепцияһы менән таныштырҙы. Майҙансыҡтарҙа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың милли стилендә сауҙа биналарын, ресторандар, фудкордтар, ял зоналары урынлаштырмаҡсылар.

Инвестор сауҙа комплекстарҙа – 90, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә эшҡыуарҙар өсөн 900-гә яҡын эш урыны булдырмаҡсы. “Рус йәрминкәләре” мобиль ҡушымтаһы аша бизнесты теркәргә, сауҙа урынын ҡуртымға алыуҙы рәсмиләштерергә мөмкин.

Беренсе вице-премьер – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов көрсөккә ҡаршы төбәк пакеты сауҙа өлкәһен өҫтөнлөклө тармаҡтар иҫәбенә индереүе хаҡында белдерҙе.

Һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Инвестиция комитеты “Рус йәрминкәләре – Башҡортостан” компанияһына, һалым ташламаһы биреп, өҫтөнлөклө статусына эйә буласаҡ.

- Салауатта һәм Стәрлетамаҡта эште башларға тәҡдим итәм. Был башланғыс “осһа”, икенсе этапта ошондай уҡ комплекс өсөн Өфөлә майҙан биреүҙе ҡараясаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Мәләүез районында 1200 баш малға роботлаштырылған малсылыҡ комплексы тураһында “Салауат исемендәге колхоз” ауыл хужалығы кооперативы генераль директоры Рәмис Иманғолов һөйләне.

Предприятие мал үрсетеү, иген һәм картуф үҫтереү менән шөғөлләнә. Инвестиция проектына ярашлы, Ергән ауылында роботлаштырылған һауыу системаһы менән һыйыр аҙбарҙарын, һөт һаҡлау һәм бүлеү блогын, шулай уҡ ярҙамсыл ҡоролмаларҙы монтажлауҙы планлаштыра.

“Инвесәғәт”тә проект өҫтөнлөклө тип билдәләнде. Дәүләт ярҙамы булараҡ, инвесторға тоҡомло мал һәм ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға сарыф ителгән аҡсаны кире ҡайтарасаҡтар.  

“Смарт офис” компанияһы директоры Андрей Гашев мебель әҙерләү буйынса фабрика ойоштороу башланғысын тәҡдим итте. “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә етештереүҙе урынлаштырмаҡсылар. Ҡоролмалар һәм монтаж эштәре хаҡы 180 миллион һум тәшкил итә. Фабрика 30 белгес хеҙмәт итәсәк. Улар офистар һәм сауҙа предприятиелары өсөн мебель эшләү менән шөғөлләнәсәк. Инвестор Өфө урман хужалығы техникумын тамамлағандарҙы эшкә йәлеп итеү мөмкинлеген ҡарай.

- Был – кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүҙең яҡшы варианты. Әммә иң мөһиме – егеттәргә ниндәй эш хаҡы тәҡдим итеүегеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Республиканың Инвестиция комитеты проектты хупланы. Инвесторға парк резиденттарына ҡаралған һалым ташламаларын тәҡдим итәсәктәр.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас