Иҡтисад
28 Июль 2022, 16:30

Шәп саба, йылдам юрғалай

Ниндәй ул башҡорт тоҡомло ат?

Шәп саба, йылдам юрғалайШәп саба, йылдам юрғалай
Шәп саба, йылдам юрғалай

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында "Башҡорт аты" фестивале үтә. Ә ысынында ниндәй ул башҡорт тоҡомло ат?

Башҡорт аты сығышы менән дала һәм урман яғы тоҡомдарына ҡарай. Ҡырҡыу континенталь климат шарттарында йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөү хәлендә барлыҡҡа килгән. Башы ҙур, маңлайы киң, муйыны йыуан, ҡыҫҡа, мундаһы түбән, арҡаһы яҫы, тура, арт һаны бер аҙ һалынҡы.

Башҡорт ғәскәре ойошторғанда башҡорт аты ҡулланылған, Рәсәй алып барған бөтә һуғыштарҙа урыҫ армияһы башҡорт аты менән тулыландырылған. Башҡорт аты 1812 йылғы Ватан һуғышында юғары баһа алған. Француз генералы де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә былай тип яҙған: “…башҡорт һыбайлылары өсөн бер ниндәй юл да кәртә була алманы. Улар һағыҙаҡ күсе кеүек һис көтмәгән яҡтан килеп сығыр ине. Уларҙы ҡыуып етеү бик ауыр ине”. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың “Төньяк амурҙары” романында ла башҡорт атлы полктарҙың ҡаһарманлығы тасуирлана, башҡорт аты башҡорт яугиренең айырылғыһыҙ һәм тоғро юлдашы икәнен күрәбеҙ. Хәрби белгестәр башҡорт атын ҡыйыулығы, тәүәккәллеге, тырышлығы, идара итеүгә еңеллеге, хужаһына ышаныусанлығы, шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт шәп сабып һәм йылдам юрғала барыуға һәләтлелеге (ә был һыбайлыға мәргән атырға һәм ҡылыс менән оҫта эш итергә мөмкинлек бирә) кеүек сифаттары өсөн юғары баһаланғандар. Башҡорттар бындай йөрөшкә сыҙамлы аттарҙы махсус күнекмәләр ярҙамында тәрбиәләгәндәр.

Башҡорт аты талымһыҙ, сыҙамлы, һыбай йөрөүгә лә, йөк артмаҡланғанда ла, еккән хәлдә лә юғары эш һәләтлегенә эйә. Соҡор-саҡырлы юлдарҙа ла 700-1000 килограмм йөк һөйрәй ала. Кәүҙәһенең оҙон булыуы арҡаһында йөрөшө тигеҙ, һыбайлыны тиҙ арытмай, шуға күрә оҙаҡ ваҡыт һыбай йөрөгәндә уны башҡа тоҡомло аттарҙан өҫтөн күргәндәр. Күп үрсем биреүе, һөтлө булыуы менән айырылып тора. Һауын осоронда 1700-2800 килограмм, иң яҡшы бейәләр хатта 4000 кило һөт бирә. Йыл әйләнәһенә көтөүлектә йөрөүгә, 40-50 сантиметр ҡалынлыҡтағы ҡар аҫтынан үлән тибеп ашауға яраҡлашҡан. Бейәләрҙә һәм айғырҙарҙа бер өйөр булып йөрөү ғәҙәте көслө. Был йыртҡыс хайуандарҙан ышаныслы һаҡланыу мөмкинлеген бирә.

Башҡорт аты ауыл хужалығында һәм йөк ташыу эштәрендә, ҡымыҙ яһау, ит етештереү өсөн файҙаланыла. Башҡортостандың тоҡомсолоҡ заводтарында башҡорт аты менән тоҡомсолоҡ эше алып барыла. Күп һөтлө Ирәндек тоҡомо сығарылған. Халыҡ селекцияһы ысулы менән барлыҡҡа килтерелгән башҡорт атына башҡорт тоҡомо статусы бирелгән.

Автор фотолары.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас