

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республика Хөкүмәте ағзалары Приморье крайы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Николай Стецко менән осрашты.
Башҡортостан яғынан сарала Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ҡатнашты. Яҡтар иҡтисад һәм инвестициялар, ауыл хужалығы, сауҙа, туризм, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге төп йүнәлештәр буйынса тәжрибә уртаҡлашты.
– Үҙ-ара эшмәкәрлек һәм хеҙмәттәшлек йәһәтәненән Приморье крайы беҙгә бик ҡыҙыҡлы. Төбәк-ара кооперация һәм күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу ярҙамында биләмәләргә бәйләнмәгән федераль өҫтөнлөктәрҙе ғәмәлгә индерергә теләйбеҙ, – тине Рөстәм Моратов.
Маргарита Болычева Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, әле халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу маҡсатында Рәсәйҙең сит илдәрҙәге Сауҙа вәкиллектәре ҡарамағында министрлыҡтың сит ил аппараты эше ойошторола.
– Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Беларусь Республикаһына, Төркиәгә, Үзбәкстанға, Ҡаҙағстанға ведомство белгестәрен ебәрергә рөхсәт итте. был алым һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Төбәккә Төркиәнән һәм Беларустән инвесторҙар йәлеп ителгән дә инде, – тип өҫтәне министр.
Илшат Фәзрахманов республиканың агросәнәғәт комплексы эше, атап әйткәндә, ураҡ кампанияһы, ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам саралары тураһында телмәр тотто.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Приморье крайының “АпиМир” халыҡ-ара умартасылыҡ форумында ҡатнашыуы мәсьәләһе тикшерелде.
– Приморье крайы хеҙмәттәшлеккә асыҡ. Беҙгә Башҡортостандың умартасылыҡ, иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге тәжрибәһе ҡыҙыҡ. Шулай уҡ республиканың “Смартека” платформаһындағы практикалары иғтибарҙы йәлеп итә, – тине Николай Стецко.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press