

Мәләүез районында мал аҙығы әҙерләү тамамланыуға бара. Быйыл сенажды 27 мең тонна әҙерләү планлаштырылһа, июлдең 20-ләрендә үк ул арттырып үтәлгәйне – 33 мең тонна тупланған. Бесән эше дауам итә, әлегә ниәтләнгән маҡсаттың 70 процентын әҙерләүгә өлгәшкәндәр. Ошо көндәрҙә урып-йыйыуға тотонмаҡсылар. Эш ужым шипкәне һәм бойҙай баҫыуҙарынан башланасаҡ.
Райондың иң эре хужалыҡтарының береһе һаналған “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәрен дә ҡыҙыу эш мәлендә – сенаж һалыу барышында тап иттек.
– Үткән йыл менән сағыштырғанда быйыл ямғырҙың һәйбәт яуыуы уңышҡа яҡшы йоғонто яһаны, сөнки былтыр беҙҙең тарафта тәүге ямғыр 23 апрелдә яуһа, икенсеһе 15 сентябрҙә генә булғайны. Шуға быйыл яҡшы уңышҡа өмөт итәбеҙ. Әлеге көндә 20 мең тонна сенаж, 1000 тонна тирәһе бесән әҙерләнек. Сенаж туплау тамамланыу алдында, бесәнде дауам итәбеҙ. Шулай уҡ силос әҙерләү ҙә иғтибар үҙәгендә, ошо маҡсатта өс мең гектар кукуруз сәстек. Ураҡ эштәренә әле иртәрәк. Был май айының һалҡын булыуы арҡаһында үҫентеләрҙең үҫеше бер аҙ тотҡарланыуы менән дә бәйле. Башаҡтар өлгөрөү менән урып-йыйыу эштәре лә башланасаҡ, – тине ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе Илдус Хәлитов.
Хужалыҡта малсылыҡ тармағы ла үҫешкән: һыйыр малы ғына биш мең башҡа етә, уларҙың 1800-ө – һауын һыйыры. Бер һыйырҙан тәүлегенә уртаса һауым – 30 литр. Малдарҙың тоҡомло булыуы, туҡланыуға йүнәлтелгән иғтибар һөт күләменә ыңғай йоғонто яһамай ҡалмай. Әлеге көндә хужалыҡ һөт йүнәлешендәге голштин-фриз тоҡомло 200-300 баш тана алыу буйынса эш алып бара. Ғөмүмән, һуңғы өс йыл эсендә генә ике меңдән ашыу тоҡомло мал алыуға өлгәшкәндәр.
Мал һаны артыуы яңы ҡуралар төҙөүҙе талап итә. Әлеге көндә Нордовка ауылында быҙауҙар өсөн өс ҡура һалына, яңыраҡ ҡына Даниловкала һыйыр фермаһы төҙөлөп бөткән.
Алға ҡуйылған маҡсаттарҙың береһе – мал салыу пункты төҙөү икәнлеген әйтте хужалыҡ етәксеһе.
Төҙөлөштө лә алып барырға, малдарҙы ла ҡарарға, шул уҡ ваҡытта уңыш үҫтерергә, мал аҙығы әҙерләргә лә өлгөрөүҙе талап иткән мәл ул йәйге миҙгел.
“Ашҡаҙар” хужалығы агрономы Азамат Гөлөмовты ла хужалыҡ яландарында тап иттек. Йәш белгес сенаж әҙерләүҙе ваҡытында башҡарыу мөһимлеген, үҫемлектәрҙең туҡлыҡлылыҡ сифатының юғары булыуын иғтибарҙан ысҡындырырға ярамауын билдәләне. Ауыл хужалығында тырышып эшләгән йәш белгестәрҙең булыуы һөйөндөрҙө. Азамат – үҙе Саҡмағош егете. Ағаһы колхозда тракторсы булып эшләгәс, бала саҡтан уның да күңелендә техникаға ҡыҙыҡһыныу көслө була. Ағаһына эйәреп колхоз яландарында аҙ йөрөмәй ул. Шулай ҙа күңеле агроном эшенә нығыраҡ тартыла, төрлө культураларҙы үҫтереп ҡарау теләге көслөрәк булып сыға һәм Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетына уҡырға юллана. Юғары белем алғас, хеҙмәт юлын Благовар районында башлай. Һуңғы йылдарҙа “Ашҡаҙар”ҙа хеҙмәт итә. Әйткәндәй, Азаматтың тормош иптәше лә ошо уҡ хужалыҡта ашнаҡсы булып эшләй. Йәш ғаилә Корнеевка ауылында төпләнгән. Эштең ҡыҙыу мәлендә иртүк сығып китеп, кисен генә өйгә ҡайтырға тура килһә лә, һайлаған һөнәренә һис кенә үкенмәй, яратып башҡара йәш агроном.
– Хужалыҡта сәсеү майҙаны 20 мең гектар тәшкил итә, шуның 12 меңен иген культуралары биләй. Тиҙҙән ураҡты башларға ниәтләйбеҙ, – тине Азамат Гөлөмов.
Йәйге миҙгелдең һәр минуты ҡәҙерле, баҫыуҙа эшләүселәргә көнөнә ике тапҡыр йылы аш ойошторолған, хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында түләнә. Уңайлы шарттар булғанда, хеҙмәт итеүе лә кинәнес.
Баҫыуҙа эште тиҙ һәм сифатлы башҡарыу өсөн техниканың яҡшы булыуы ла мөһим. Уларҙы яңыртыу ҙа күҙ уңында. Быйыл өс сәсеү комплексы алғандар, уларҙың берәүһе – иген культуралары, икәүһе кукуруз, көнбағыш сәсеүгә тәғәйенләнгән. Орлоҡто шыйыҡ ашлама менән бер юлы сәсеүгә көйләүе менән дә уңайлы был “Хорш Маэстро” комплексы.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

