Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2022, 21:45

Ат парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды!

Сарала Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә атлылар ҡатнашты

Ат парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды!
Ат парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды!

Ниһайәт, бөгөн ике көн дауамында барған "Башҡорт аты" фестивале тамамланды. Сара сиктәрендә төрлө ат спорты ярыштары, "Ылаҡ", "Ауҙарыш", "Бәйге", "Мәргән уҡсы" уйындары ойошторолдо, ҡымыҙ етештереүселәр, ат егеү кәрәк-ярағын эшләүселәр конкурсы үтте. Шулай ҙа фестивалдең төп биҙәге булып - ат парады булды. Республиканың төрлө райондарынан ғына түгел, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Дағыстан, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙы-Балҡар, Саха (Яҡут), Татарстан Республикаларынан, күрше Силәбе, Рязань, Пермь, Ырымбур өлкәләренән, Мәскәү ҡалаһынан парадта ҡатнашыусылар булды. Тигеҙ сафтарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан, "Башҡорт аты" фестивале, "Төньяҡ амурҙары", Шайморатов һәм Доставалов  исемендәге батальондарҙың флагтарын күтәреп килгән атлылар парады барыһын да һоҡландырҙы! Элек-электән башҡорт аты- халҡыбыҙҙың яҡын дуҫы, яуҙашы булған. Халҡыбыҙҙы атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Бөгөн дә ул ауыл хужалығында, спорт ярыштарында ҡулланыла, ҡымыҙ яһау, ит етештереү өсөн файҙаланыла. Ә бөгөнгө тамаша йәнә бер тапҡыр башҡорт атын бөтә илгә танытты, уның бар асылын һәм булмышын күрһәтте.

Атың булһа, ил таный, ти халыҡ мәҡәле лә. Атлы башҡорт халҡын барыһы ла танып ҡына ҡалманы, ә уны яҡындан күрҙе, һоҡланды һәм ғорурланды.

Әйткәндәй, ат парадында яҡынса 500-гә яҡын ат ҡатнашты.

Автор фотолары. 

Ат парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды!
Ат парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды!
Ат парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды!
Ат парады - "Башҡорт аты"ның иң сағыу биҙәге булды!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: