

"Башҡорт аты" фестивале барышында махсус рәүештә бейә һөтөнән шифалы эсемлек яратыусылар өсөн Республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы үтте. Конкурс төбәктә даими үткәрелә һәм ҡымыҙ яһаусы һөнәрен популярлаштырыу, милли эсемлек етештереү технологияһында алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсаттарын күҙ уңында тота. Абруйлы жюри хөкөмөнә республикабыҙҙың төрлө төбәктәрендә етештерелгән ҡымыҙ тәҡдим ителде. Мәҫәлән, Шишмә районының Күсем ауылынан Флүр Йосопов конкурсҡа үҙҙәре етештергән ҡымыҙ алып килгән. Хужалыҡтың 160-ҡа яҡын аты бар, шуның 80-е һауын бейәләре. Көнөнә 300-350 литр ҡымыҙ етештерелә.
Ә бына Бөрйән районынан Айһылыу Ямғурзина Фәһим Хәйбуллиндың крәҫтиән-фермер хужалығында ҡымыҙ бешеүсе булып эшләй. Конкурсҡа сейәле, сөсө, әсе ҡымыҙ алып килгәндәр.
Әбйәлил районынан Ильяс Һибәтов районда малсылыҡ тармағында ныҡлы эшләгән фермерҙарҙың береһе. Дәүләт ярҙамы ла алған эшҡыуар малсылыҡ, үҫемлекселек менән бер рәттән йылҡысылыҡ менән дә шөғөлләнә. Ул ҡатыны Илсиә, ҡыҙы Ильмира һәм ике туған апайы Әнүзә Дәүләтова менән килгән. Әбйәлил ҡымыҙы ҙур һорау менән файҙаланыла, был юлы ла баһадирҙар эсемлеген алыусылар күп. Фестиваль аҙағында иң яҡшы ҡымыҙ бешеүселәр, хужалыҡ етәкселәре билдәләнәсәк.
16-сы республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсында Учалы районы «Юлдаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылҡысылыҡ ауыл хужалығы предприятиеһының ҡымыҙы иң яҡшыһы тип танылды. Икенсе урын Әлшәй районынан Айрат Ғәниевтың фермер хужалығында. Өсөнсөһө - Баймаҡ районынан Илнур Биктимеров крәҫтиән-фермер хужалығында. Конкурстың иң тәжрибәле ҡатнашыусыһы тип Йылайыр фермеры Марат Абдулов танылды.
Автор фотолары