Иҡтисад
31 Июль 2022, 12:50

Башҡортостан һәм Яҡут республикалары абориген аттар менән алмаша

"Беҙ алмашырға тәҡдим итәбеҙ: яҡут тоҡомло биш айғырға - биш башҡорт тоҡомлоға. Быны гибридлаштырырға маташыу тип әйтһәгеҙ ҙә, үҙенсәлекле яҡут аттарының башҡортса линияһы барлыҡҡа киләсәк".

Башҡортостан һәм Яҡут республикалары абориген аттар менән алмашаБашҡортостан һәм Яҡут республикалары абориген аттар менән алмаша
Башҡортостан һәм Яҡут республикалары абориген аттар менән алмаша

Кисә Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә «Рәсәй төбәктәренең абориген аттарын һаҡлап ҡалыу һәм тоҡомло үрсетеү» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

- Бөтә төбәктәрҙә һәм илдәрҙә лә урындағы тоҡомдарҙы таҙалыҡта һаҡлауҙың төп проблемаһы - даими гибридлаштырыу. Заводтар ит, ат сабыштары, һөт хаҡына тоҡомон яҡшыртырға ынтыла. Һөҙөмтәлә генотип йыуыла, шуға күрә дәүләткә урындағы тоҡомдарҙың таҙалыҡта һаҡлана алыуын, генофондты һаҡлап ҡалыуын күҙәтеү зарур, - тип белдерҙе Бөтә Рәсәй йылҡысылыҡ ғилми-тикшеренеү институты директоры Александр Зайцев.

Ун йыл элек кенә Бөтә Рәсәй йылҡысылыҡ ғилми-тикшеренеү институты боронғо аттарҙың ДНК-һы менән эшләй башланы, башҡорт тоҡомло аттарҙың да сираты етәсәк. Александр Зайцев шулай уҡ башҡорт атының орлоҡ материалын милли ген фондына алырға вәғәҙә итте. Йәнә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе практиктарҙың, башҡорт тоҡомло ат Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә ҡыҙыҡлы булыр ине, тигән фекерен белдерҙе. Унда сыҙамлы, адаптив, киҫкен климат шарттарында иҫән ҡалған йылҡы тоҡомо баһалана.

- Беҙ алмашырға тәҡдим итәбеҙ: яҡут тоҡомло биш айғырға - биш башҡорт тоҡомлоға. Быны гибридлаштырырға маташыу тип әйтһәгеҙ ҙә, үҙенсәлекле яҡут аттарының башҡортса линияһы барлыҡҡа киләсәк. Ә һеҙ, шул уҡ экстремаль сыҙамлыҡ һыҙаттарын һәм яҡуттарҙан юғары ит сыҙамлылығын аласаҡ, башҡорт аты тоҡомоноң нисек көсәйеүен ҡараясаҡһығыҙ, - тип тәҡдим итте Яҡут ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының баш ғилми хеҙмәткәре Реворий Иванов.

Ул шулай уҡ Яҡут Республикаһында һәм Башҡортостанда йылҡысылыҡ проблемаларын өйрәнеүгә ҡараштың тағы ла бер айырмаһын билдәләне: себер ғалимдары тарихсылар менән тығыҙ эш алып бара, уларҙың фекеренсә, ҡоро ер тоҡомдарын булдырыу тарихы ерле халыҡтың тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Республика хөкүмәте вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов яҡут йылҡысыларының һынау аттары менән алмашыу тураһында тәҡдимен хупланы.

- Башҡорт тоҡомло аттар тәбиғи һайланыш йоғонтоһон кисерә. Климаттың ҡапыл үҙгәреүе атты ҡаҡшамаҫ, ныҡлы конституциялы, талымһыҙ һәм башҡа бер ниндәй ҙә тоғро итеп үҫтергән. Беҙ үҙгәртеп ҡороуҙан һуң башҡорт аты иҫәбен бер нисә тапҡырға арттыра алдыҡ, әммә тоҡомдоң генотибы тулыһынса тергеҙелмәне әле, - тип һөйләне БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Ираида Әхәтова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында абориген аттар һаны буйынса икенсе урынды биләй - 121 меңдән ашыу (дөйөм иҫәбе 1,3 миллиондан күберәк). Республика башлығы указын үтәү һәм йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу маҡсатында Баймаҡ районының Граф күле буйында "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттар фестивале үткәрелде.

Сығанаҡ һәм фото: Денис Бородин

Автор:Карима Усманова
Читайте нас