Иҡтисад
31 Июль 2022, 13:20

Иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр билдәләнде

«Башҡорт аты» фестиваленең икенсе көнөндә Баймаҡ районында 16-сы республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы үтте. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла, Учалы, Белорет, Әлшәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй һәм башҡа райондарҙан 18 конкурсанттар ҡатнашты.

Иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр билдәләндеИң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр билдәләнде
Иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр билдәләнде

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Баймаҡ районында үткән "Башҡорт аты" фестиваелндә иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр билдәләнде.

«Бөгөн Баймаҡ районында башҡорт тоҡомло аттарға арналған тәүге ҙур сара уҙа. Уның барышында 16-сы республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола. Уға төбәгебеҙҙең төрлө мөйөштәренән иң яҡшы ҡымыҙ яһаусылар килде. Уларҙың иң яҡшыһын билдәләүҙән тыш, конкурс - Башҡортостанда ҡымыҙҙың бөтә төрҙәрен тәм сифаттары буйынса ғына түгел, ә дөрөҫ бирә белеү кимәле буйынса ла тәмләп ҡарарға мөмкин булған берҙән-бер урын», - тине Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Башҡорт ҡымыҙының тәмен Ҡалмыҡ Республикаһының ауыл хужалығы министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Тимур Гаваев та һынап ҡараны:

- Башҡортостандың бай мәҙәниәте, тәбиғәте бар, ауыл хужалығы бик үҫешкән. Беҙ һеҙгә тәжрибә алмашыу өсөн килдек. Беҙҙең ҡалмыҡ тоҡомло аттар тышҡы яҡтан һәм бик күп сифаттар буйынса башҡорт тоҡомона оҡшаш, - тип аңлатты ул.

«Аҡбуҙат» йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенциялар үҙәгенең баш зоотехнигы Тәхәүи Вәлиев белдереүенсә, ҡымыҙ тәме, аттар йәйләгән урынға ҡарап, айырыла. Тау ҡымыҙы урман-дала йәки дала ҡымыҙы кеүек үк бай, әммә уларҙың һәр береһенең үҙ үҙенсәлектәр бар, һәм ат туҡланған үләндең еңел тәме лә һиҙелә.

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас