Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Июль 2022, 19:20

Ике көн буйына күргәҙмә эшләне

Сара сиктәрендә художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк -ярағы һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнгән оҫталар, һөнәрселәр ҡатнаша. Улар бик бай күргәҙмәләр тәҡдим итте.

Ике көн буйына күргәҙмә эшләне
Ике көн буйына күргәҙмә эшләне

"Башҡорт аты" фестивале сиктәрендә ике көн буйына художество кәсептәре оҫтаханалары, ат егеү кәрәк-ярағы һәм ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы әҙерләү менән шөғөлләнгән, сергетыш яһау оҫталыры, күн, тимер әйберҙән төрлө әйберҙәр эшләгән һөнәрселәр, ауыл хужалығы продукцияһын етештергән эшҡыуарҙар бай күргәҙмә тәҡдим итте.

Конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе - Рәмил Әлмөхәмәтов.

Ул Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан. Йылҡысылыҡ менән күптән шөғөлләнә, һунарсы ла. Конкурсҡа ул ат сбруйҙары, үҙе эшләгән һунар, тарантас, кашауай саналары алып килгән.

-Сананың табанына йүкә ағасын ҡулландым. Һунар санаһын ҡыш көнө һунарға ҡулланам, ат көткәс көндәлек хужалыҡта башҡа саналар ҡулланыла. Шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙы ла үҙем эшләйем. Ейәнем Мирйән дә ярҙамлаша, - ти Рәмил Оморҙаҡ улы.

Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Кәрим Мостафин йүгәнгә биҙәүестәр һуға, шулай уҡ ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтарын заказ буйынса етештерә. Майҙанда төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталарҙың ҡул эштәре, ауыл хужалығы тауарҙары күргәҙмәләре урын алған. Баһалама ағзалары конкурстанттарҙың эшен баһалап, иң-иң оҫталарҙы билдәләйәсәк.

Әбйәлил районынан килгән Хафиза Баязитова йөҙ йылдан ашыу тарихы булған, быуындан -быуынға тапшырыла килгән сергетыш алып килгән ине.

Автор фотолары.

Ике көн буйына күргәҙмә эшләне
Ике көн буйына күргәҙмә эшләне
Ике көн буйына күргәҙмә эшләне
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: