30 июлдә Баймаҡ районында “Башҡорт аты” республика фестивале майҙансығында Башҡортостан Һәм Ҡалмыҡстан сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм социаль–мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Хөкүмәт–ара документҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков ҡул ҡуйҙы.
Килешеү сауҙа-иҡтисади бәйләнеште үҫтереүгә йүнәлтелгән, шул иҫәптән производство-техник тәғәйенләнештәге продукция һәм халыҡ ҡулланышы тауарҙары менән тәьмин итеү. Документ шулай уҡ ауыл хужалығы өлкәһендә лә үҙ-ара бәйләнеште күҙаллай. Һүҙ сеймал һәм аҙыҡ-түлек, ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итеү, үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу тураһында бара. Бынан тыш төбәктәр һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, мәғариф, спорт һәм туризм өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек тураһында килеште.
- Беҙгә ҡалмыҡ туғандар менән эшләүе ҡыҙыҡлы. Тормош яңы партнерҙар, туризмда, ауыл хужалығында, фәндә, логистикала яңы үҫеш нөктәләре эҙләүгә этәрә. Ҡалмыҡстандың биләмә мөмкинлеген дә файҙаланыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ беҙ Өфөнән Элистаға авиарейстар ойоштороу буйынса ла эш алып барасаҡбыҙ. Был беҙҙең халыҡтарҙы яҡынайта. Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн Ҡалмыҡстанды уның ҡыҙыҡлы мәҙәниәте, тарихы, милли үҙенсәлеге яғынан асырбыҙ, ҡалмыҡтарға – беҙҙең күп яҡлы республикабыҙҙы күрһәтербеҙ.
Ҡалмыҡстан Башлығы төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлектең юғары потенциалын билдәләне.
- Беҙҙең республикаларҙа йәшәүселәрҙең күптән бер-береһен белеүҙәрен, аралашыуҙарын, Рәсәй һәм халыҡ–ара сараларҙа осрашыуҙарын күрәбеҙ. Авиабәйләнешкә килгәндә, уны мотлаҡ ойошторорға кәрәк. Бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр бар, - тине Бату Хасиков. – Һеҙҙең эшҡыуарҙарға күрһәткән преференциялар тураһында ла күп нәмә беләм. Бында ла беҙ тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙер. Башҡортостандың әүҙем үҫешеүен күрәбеҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.