Иҡтисад
1 Август 2022, 13:45

83-сө урындан – туғыҙынсылабыҙ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципаль кимәлдә тамамланмаған төҙөлөш күләмен ҡыҫҡартыу саралары буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

83-сө урындан – туғыҙынсылабыҙ83-сө урындан – туғыҙынсылабыҙ
83-сө урындан – туғыҙынсылабыҙ

1 августа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров муниципаль кимәлдә тамамланмаған төҙөлөш күләмен ҡыҫҡартыу саралары буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

- Тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе. Июлдә Рәсәйҙең Иҫәп палатаһы мониторингы мәғлүмәттәре алынды. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан тамамланмаған объекттар һаны буйынса төбәктәр рейтингында туғыҙынсы урынды биләй. 2019 йылда беҙ 83-сө урында инек. Һөҙөмтә һиҙелерлек яҡшырҙы. Беренсе ярты йыллыҡта Тамамланмаған төҙөлөш реестрынан 1,4 миллиард һумлыҡ 191 объект алынды. Уларҙың 65-е – төбәк кимәлендә. Муниципаль кимәлдә - 26, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр әйтеүенсә, Стәрлетамаҡ районында 36 объекттан – 20, Өфө районында 25-тән -  11, Салауатта 38 объекттан 12 Тамамланмаған төҙөлөш ресстрынан алынған.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, 1 июлгә муницпиаль берәмектәрҙә 20,8 миллиард һумлыҡ 605 объект Тамамланмаған төҙөлөш ресстрында иҫәпләнә.

Мәсьәлә тураһында һөйләшеүгә һығымта яһап, Андрей Назаров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу һәм дәүләт теркәүе  йәһәтенән тамамланмаған объекттар һанын һәм күләмен кәметеү буйынса этаплы планға төҙәтмәләр индерергә, Өфө ҡала хакимиәтенә ҡалалағы тамамланмаған төҙөлөш объекттарын балансҡа ҡуйыу процедураһын тамамларға, Капталь төҙөлөш идаралығына Төҙөлөш һәм архитектура, Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлыҡтарына муниципаль берәмектәр хакимиәттәре менән 1 ноябргә тиклем капиталь төҙөлөштөң 19 объекты балансын тәьмин итеүселәргә тапшырырға ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас