

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалили менән осрашты. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
“Иран менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытыуҙы дауам итәбеҙ. Апрелдә Мәскәүҙә Иран Ислам Республикаһының вице-президенты Сорена Саттари һәм илдең Рәсәйҙәге илсеһе Казем Джалали менән осраштыҡ та инде. Бөгөн Джалали әфәнде менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен Өфөлә тикшерҙек.
Апрель осрашыуы күп нәмә бирҙе – Башҡортостан делегацияһы Тегерандағы Iran Oil Show 2022 ҙур нефть һәм газ күргәҙмәһендә булды. Киләһе күргәҙмәгә беҙҙең нефть сәнәғәте предприятиелары стенды менән барырға иҫәп тотабыҙ.
Иран яғынан Башҡортостандың торлаҡ төҙөлөшө, Башҡортостан һәм Ирандың ирекле иҡтисади зоналарында берлектәге предприятиелар асыу буйынса девелопер проекттары менән ҡыҙыҡһыныуҙарын күрәбеҙ. Өфөнән Тегеранға тура рейс асыу тураһында мәсьәлә ҡарала.
Хәҙер мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте һәм, әлбиттә, беҙҙең сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтерәсәкбеҙ, атап әйткәндә, Иранда Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиллеген асырға планлаштырабыҙ. Ә көҙгә Башҡортостандың рәсми делегацияһының Иранға сәфәрен планлаштырабыҙ”, – тип яҙҙы ул.
Фото: "Бәйләнештә".