

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалили менән осрашты. Әңгәмәлә шулай уҡ Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиков ҡатнашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләрен, шул иҫәптән Ҡалмыҡстан ҡатнашлығында Каспий диңгеҙендә транспорт-логистик хаб булдырыуҙы тикшерҙе.
– 21 апрелдә Мәскәүҙә һеҙҙең һәм Ирандың фән һәм технологиялар буйынса вице-президенты, Саттари әфәнде менән осраштыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Рәсәй төбәктәре Иран менән фәнни-техник һәм сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек итеү менән бик ныҡ ҡыҙыҡһына. Киләһе көҙ бизнес-миссиябыҙҙы Тегеранға йүнәлтергә ниәтләйбеҙ. Рәсәй һәм Иран халҡы именлегенә дуҫлашыу, ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн бик яҡшы ваҡыт етте тип иҫәпләйем.
Иран Ислам Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостан етәкселегенә осрашыуҙы ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Беҙ Рәсәй төбәктәренә йөрөйбөҙ, Ҡалмыҡстанға барып ҡайттыҡ, даими рәүештә Мәскәүҙә осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Бында, Башҡортостанда, изгелекле, алсаҡ һәм ҡунаҡсыл булыуҙарын күрәбеҙ, – тине Казем Джалали. – Рәсәй һәм Иран араһындағы мөнәсәбәттәр тауар әйләнешен үҫтереүҙең яңы фазаһына инә. Бөгөн һәм иртәгә беҙҙең делегация Башҡортостандың бер нисә агросәнәғәт һәм ағас эшкәртеү предприятиеларына барасаҡ. Һеҙҙең республика менән сауҙа мөнәсәбәттәренең потенциалы бөтмәгән, ә беҙҙең осрашыу ике яҡлы бәйләнештәрҙе уңышлы үҫтереү өсөн стимул булып торор, тип ышанам.
Белешмә өсөн:
Иран Башҡортостан контрагенттары булған тәүге 10 ил иҫәбенә инә. Үҙ-ара тауар әйләнеше күләме 2020 йыл менән сағыштырғанда 6,7 тапҡырға – 121,1 миллион долларға тиклем артҡан. Иранға үлсәү приборҙары, инструменттар һәм быраулау ҡорамалдары, химия продукттары, баҡыр, иген оҙатыла. Башҡортостанға прокатлау стандары өсөн суйын валдар, шыйыҡландырылған газ, бутилен, йәшелсә продукцияһы инә. Республика вуздарында 53 Иран студенты белем ала.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.