

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү маҡсатында кәңәшмә үткәрҙе. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләренә яҙҙы.
"Бөгөн республикала тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү буйынса кәңәшмә үткәрҙем. Июль айында Рәсәй Иҫәп палатаһынан мониторинг күрһәткестәре килде. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан тамамланмағанн төҙөлөш объекттары һаны буйынса төбәктәр рейтингында 9-сы урынды һаҡлап ҡалды, 2019 йылда беҙ 83-сө урында инек.
Һөҙөмтәләр һиҙелерлек яҡшырҙы. Беренсе ярты йыллыҡта Тамамланмаған төҙөлөш реестрынан 1,4 миллиард һумлыҡ 191 объект төшөрөп ҡалдырылған. Уларҙың 65-е - төбәк дәрәжәһендә, муниципаль дәрәжәлә- 126. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районында 36 объекттың 20-һе Тамамланмаған төҙөлөш реестрынан төшөрөп ҡалдырылған. Дүртөйлө районында -12 объект, Өфөлә - 25 объекттан 11 объект, Салауатта 38 объекттан 12 объект төшөрөп ҡалдырылған.
Һәр муниципалитетта беҙ был эшкә яуаплыларҙы билдәләнек, улар кәрәкле ойошмалар менән туранан-тура эш алып барасаҡ".
Фото: Андрей Назаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.