Иҡтисад
1 Август 2022, 12:15

Ул бишенсеһе буласаҡ

Ергәндә 1200 баш һыйыр малына иҫәпләнгән малсылыҡ комплексы төҙөлә.

Ул бишенсеһе буласаҡУл бишенсеһе буласаҡ
Ул бишенсеһе буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инвестиция комитетының “Инвестсәғәт” ултырышында белдереүенсә, Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында 1200 баш һыйыр малына иҫәпләнгән робот ярҙамында эшләгән малсылыҡ комплексы төҙөләсәк.

Проекттың инвестиция күләме – 1,2 миллиард һум, 42 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. 

– Салауат исемендәге предприятие - төбәктә иң көслө хужалыҡтарҙың береһе, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. – Ул һыйыр малын үрсетеүгә махсуслашҡан, шулай уҡ иген культуралары һәм картуф үҫтереү менән дә шөғөлләнә. Иң ҡыуаныслыһы, улар киләсәктә иң яҡшы һәм заманса технологиялар ҡулланып үҫешергә уйлай. Ошо проект тормошҡа ашыу менән республикабыҙҙа робот ярҙамында эшләгән бишенсе ферма барлыҡҡа киләсәк.

Хужалыҡ Ергән ауылы янында урынлаша, әле бында төҙөлөш планға ярашлы алып барыла. 

Фото: Башҡоростан Хөкүмәте. 

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас