

Даими рәүештә Хөкүмәттең оператив кәңәшмәләрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың теге йәки был өлкәләге ҡаҙаныштары тураһында иғлан итә. Был юлы ла ул республика өсөн һәйбәт һандар менән уртаҡлашты. "Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы тәүге ярты йыллыҡта 105,1 процент тәшкил итте", - тине ул, һәм был һандарҙы насар түгел, тип билдәләне. Сәнәғәт етештереүе индексы 21 төр эшмәкәрлектә үҫкән (электр ҡорамалдары, мебель, дарыуҙар, металл изделиелар етештереү һәм башҡалар).
“Тәүге ярты йыллыҡты һәйбәт эшләнек тип иҫәпләгеҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Ошо уҡ осорҙа ауыл хужалығы продукцияһы индексы 100,1 процентҡа еткән. Башҡортостан Башлығы яҡшы уңыш алырға һәм республиканың ауыл хужалығына һалған бөтә аҡса һөҙөмтә килтерер тигән ышаныс белдерҙе.
Фото: ufatime.ru