

“Незыгарь” телеграм-каналы күптән түгел донъя күргән “Рәсәй төбәктәренең халыҡ-ара эшмәкәрлеге: Көнсығышҡа табан боролош” докладында 2022 йылдың тәүге яртыһында ил субъекттарының халыҡ-ара көн тәртибендәге төп ваҡиғаларҙы һәм уларҙың әлеге иҡтисади сәйәсәте тенденцияларын анализланы. Тикшеренеүҙә Башҡортостанға ла ҙур урын бирелгән. Уны эксперттар тышҡы бәйләнештәрҙе әүҙем үҫтергән төбәктәр иҫәбенә индерә. Шул уҡ ваҡытта халыҡ-ара йүнәлешкә генә иғтибарҙы йүнәлтеп, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе, эске иҡтисади сәйәсәтте һәм иң мөһиме – өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе иҫәпкә алмаһаҡ, республикалағы эштәр торошон тулыһынса күҙ алдына килтереп булмаясаҡ. Хәлгә комплекслы анализ – “Башинформ” яҙмаһында.
Инвестиция Көнсығыштан килер
Быйыл февралдән Рәсәй әлегә тиклем һис ҡасан да күрелмәгән санкциялар баҫымы аҫтында йәшәй. Башҡортостанда тышҡы иҡтисади сикләүҙәр сағыштырмаса йомшағыраҡ саҡта уҡ хәлдең етдилеген аңлағайнылар. 2018 йылдан республика баҙар иҡтисадын үҙгәртеп ҡора, БДБ илдәре һәм Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә, импортты алмаштырыу йәһәтенән йылдам эш алып бара. Мәҫәлән, ул нефть эшкәртеү комплексы, автомобилдәр сәнәғәте, машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡтар өсөн продукция етештереүҙе яйға һалыу менән бер рәттән, был өлкәләргә Һиндостан, АҠШ, Беларусь, Төркмәнстан, Европа илдәре һәм башҡа дәүләттәрҙең компанияларын йәлеп итә алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың санкциялар баҫымы шарттарында республиканың иң ҡатмарлы ваҡиғаларға ла әҙерлеге тураһында ышаныслы итеп белдереүе осраҡлы түгел.
Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйгә ҡаршы яңы санкцияларҙы ғәмәлгә индереү төбәк етәкселәрен халыҡ-ара иҡтисади эшмәкәрлеккә төҙәтмәләр индерергә мәжбүр итте. Был йәһәттән көнсығыштағы партнерҙар, шул иҫәптән яҡын сит илдәр менән хеҙмәттәшлектең ҡеүәте ҙур. Төбәктәрҙе сит ил партнерҙары менән үҙ-ара эш итеү дәрәжәһе буйынса айырып ҡарағанда, эксперттар Башҡортостанды (Түбәнге Новгород, Свердловск өлкәләре һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәр менән бер рәттән) ошо өлкәлә иң әүҙемдәр иҫәбенә индерә. Бындай стратегия иҡтисади йәһәттән көсле субъекттарға хас. Бынан тыш, уңыш был төбәктәрҙең башлыҡтары эйә булған етди лоббистик мөмкинлектәргә бәйле.
Был һығымталарҙы Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы мәғлүмәттәре лә раҫлай. Мәҫәлән, 2020 йылда Башҡортостандың рәсми делегациялары сит илдәргә – 10, 2021 йылда 17 сәфәр ҡылған. 2022 йылдың тәүге яртыһында республиканың власть һәм бизнес вәкилдәренең 17 рәсми сәфәре булған. Майҙа Радий Хәбиров етәкселегендәге республика делегацияһы Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте менән таныштырҙы, бер нисә мөһим һөйләшеү үткәрҙе. Рәсәйҙең Үзбәкстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиленең офисын асыу был сәфәрҙең мөһим ваҡиғаһы булды.
“Санкцияларға бәйле көнбайыш йүнәлештәге бәйләнештәребеҙ даирәһе тарайған осорҙа беҙ Көнсығышта – Азия төбәктәрендә – яңы партнерҙар табабыҙ”, – тине Радий Хәбиров сәфәр барышында.
Республика Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Беларусь Республикаһында, Үзбәкстанда вәкиллектәрен асты ла инде, яҡын киләсәктә уларҙы шулай уҡ Ҡытайҙа, Иранда һәм башҡа илдәрҙә ойошторорға ниәтләй. Илебеҙҙең төп тышҡы сәйәси союздаштарына айырым иғтибар бирелә. Улар араһында ҙур етештереү ҡеүәтенә эйә булған Беларусь мөһим урын биләй. Башҡортостан “Амкодор” белорус компанияһы менән ике проектты тормошҡа ашыра, киләһе йылда дуҫ дәүләт менән тауар әйләнешен ярты миллиард долларға тиклем еткереү бурысы ҡуйылды.
Йәнә бер ҡыҙыҡлы тенденция – төбәктәрҙең Көнбайыш илдәрендәге Рәсәйҙең лояль партнерҙары менән бәйләнешен һаҡлап ҡалырға ынтылыуы. Бында ла Башҡортостан, Ленинград һәм Калуга өлкәләре алдынғылыҡты яулай. Апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров көрсөккә ҡаршы ҡарарҙар эҙләү өсөн бизнес һәм дәүләт вәкилдәре ҡатнашлығында халыҡ-ара эш төркөмө төҙөргә, республиканың баш ҡалаһында ай һайын көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерергә тәҡдим иткәйне. Уның “Европа ла үҙендә санкцияларҙың ауыр йоғонтоһон тоя” тигән фекере менән сит ил бизнес берләшмәһе вәкилдәренең күбеһе килешә. Шуға күрә “Өфө диалогы” тип аталған яңы майҙансыҡтың тиҙҙән үҙе хаҡында белдереүе лә ихтимал.
Республикабыҙ ҡаҙаныштары
Башҡортостан үҙен танытыу, тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереү, шулай уҡ инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәйҙә үткән халыҡ-ара форумдарҙың мөмкинлектәрен әүҙем файҙалана. Мәҫәлән, 15 – 18 июлдә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы 31 килешеүгә ҡул ҡуйҙы, республика иҡтисадына йәлеп ителгән дөйөм инвестиция күләме 65 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Улар араһында “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында 21,5 миллиард һумлыҡ ниәттәр тураһындағы килешеү ҙур әһәмиәткә эйә. Атап әйткәндә, Өфөнөң Ағиҙел аръяғында һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү селтәрҙәре, Республика һуғыш ветерандарының клиник госпитален, шулай уҡ 360 урынлыҡ төбәк математика лицей-интернаты биналары комплексын төҙөү тураһында һүҙ бара.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумындағы мөһим йомғаҡтарҙың береһе – Стратегик башланғыстар агентлығы төҙөгән төбәктәрҙең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһе буйынса абруйлы рейтингта бишенсе урынды яулау. Башҡортостан был һөҙөмтәне икенсе йыл рәттән һаҡлап ҡала. Эксперттар әйтеүенсә, Стратегик башланғыстар агентлығы рейтингы республика етәкселеге эшмәкәрлеген сағылдыра. Башҡортостандың һөҙөмтәһе уның дөрөҫ йүнәлештә барыуын күрһәтә, ә заманса эшлекле мөхит булдырыуҙағы төбәк идара итеү командаһының уңыштарын Рәсәй Президенты Владимир Путин да билдәләгәйне.
Тағы ла бер мөһим ҡаҙаныш – сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында Башҡортостан беренсе урынға лайыҡ булды. Һөҙөмтәләрҙе 4 июлдә Екатеринбургта үткән “Иннопром” күргәҙмәһендә иғлан иттеләр.
“Икенсе йыл рәттән Башҡортостандың беренсе урынды яулауы рейтингты төҙөүселәрҙең эске һәм тышҡы баҙарҙарға йүнәлтелгән төрлө сәнәғәт тармаҡтары йылдам үҫтерелгән төбәктәргә ҙур иғтибар биреүе тураһында һөйләй. Республика сеймал һәм яғыулыҡ сығарыуға, химия производствоһына, машиналар эшләүгә, башҡа өлкәләрҙе үҫтереүгә махсуслаша”, – тип баһа бирҙе рейтинг һөҙөмтәләренә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының төбәк сәйәсәте үҙәге директоры Владимир Климанов.
Юғары иҡтисад мәктәбенең Ғәмәли сәйәси тикшеренеүҙәр институты директоры Валерия Касамара төбәктәрҙең форумдарҙа эшмәкәрлекте әүҙемләштереүен ыңғай баһалай. Һүҙ халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу ғына түгел, үҙ төбәгеңдә лә уларҙы ойоштороу хаҡында бара. Дүрт йыл элек Бөтә Рәсәй форумы – “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйын ойоштороуҙы үҙ иңенә алған Башҡортостан дөйөм юҫыҡта башҡаларҙан айырылып тора.
“Форумды ойоштороу – еңел булмаған бурыс, төбәктең ошондай сараны уҙғарыу һәләте уның ресурстары тураһында ғына түгел, кешелек капиталының сифаты хаҡында ла һөйләй”, – тигән фекерҙә Валерия Касамара.
“Урал аръяғы-2022” инвестиция һабантуйының рәсми статистикаһы ла был һөҙөмтәләрҙе асыҡ сағылдыра: Рәсәйҙең 61 төбәгенән, 11 алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән, шул иҫәптән Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Төркиәнән һәм башҡа илдәрҙән 1,5 мең ҡатнашыусы. Ике көнлөк инвестиция һабантуйында хеҙмәттәшлек һәм 100 миллиард һумлыҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында 27 килешеүгә ҡул ҡуйылды. Бындай һөҙөмтә форум тарихында әлегәсә күрелмәгән хәл ине.
Төбәктәр өсөн өлгө
Башҡортостан элек юғалтылған иҡтисади бәйләнештәрҙе тергеҙеп, башҡа төбәктәрҙе лә үҙ мәнфәғәттәре даирәһенә әүҙем йәлеп итә. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында ете төбәк (Башҡортостан, Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы) биләмәһендә Евразия иҡтисади үҙәген ойоштороу тураһында меморандумға ҡул ҡуйыу ҙур ваҡиға булды. Был төбәктәр берлектә тулайым төбәк продуктының 7,2 триллион һумын, 1,5 триллион һум инвестиция һәм йылына 20,6 миллиард долларлыҡ экспорт продукцияһын барлыҡҡа килтерә. Килешеү Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелгән комплекслы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы ғаризаның нигеҙен тәшкил итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте төбәктә сәнәғәтте үҫтереү темпын йылына 10 процентҡа тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Уға 2022 йылдың беренсе кварталында уҡ өлгәшелде, республикала сәнәғәтте үҫтереү индексы Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға тиерлек артып, былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 110,1 процент тәшкил итте. Яңы майҙансыҡтар: махсус иҡтисади зоналар, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре һәм инвесторҙар өсөн ылыҡтырғыс шарттар булдырылған, импортты алмаштырыусы производстволар үҫтерелгән башҡа биләмәләр был әүҙемлекте һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итергә тейеш. Башҡортостандың ошо йүнәлештәге тәжрибәһе, уны бөтә илгә таратыу мөмкинлеге Өфөлә, Дәүләт Думаһының Сәнәғәт һәм сауҙа комитеты ҡарамағындағы сәнәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса эксперт советының күсмә ултырышында тикшерелгәйне. Мәғлүм булыуынса, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостанды сәнәғәтте үҫтереү, кластер сәйәсәтенә булышлыҡ итеү буйынса яңы идеяларҙы һәм алымдарҙы һынау өсөн пилот төбәк булараҡ файҙаланырға тәҡдим итте.
Эксперттар Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү, сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу өлкәһендәге ҡаҙаныштары әлеге идара итеү командаһы башҡарған системалы эштең һөҙөмтәһен тәшкил итә, тип билдәләй.
“Башҡортостандың сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингта Мәскәү ҡалаһын һәм өлкәһен ике тапҡыр уҙып китеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Минеңсә, был уңыш республикала сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса системалы эш менән бәйле. Пандемияға һәм санкцияларға ҡарамаҫтан, төбәктә сәнәғәт үҫеүен дауам итә. Бында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың да хеҙмәте бик ҙур, әлбиттә”, – тине Социаль конфликттарҙы көйләү үҙәге етәксеһе Олег Иванов.
“Радий Хәбиров төбәктең ныҡлы таянысы булып ҡала – Президент Хакимиәтенең элекке хеҙмәткәре премьер Андрей Назаров кеүек тәжрибәле бизнесмен менән берлектә уңышлы эшләй. Һөҙөмтәләр ҙә, ошоға ярашлы, юғары”, – тип баһаланы Федерация Советы ағзаһы Айрат Ғибәтдинов.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА