

1 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Иран Ислам Республикаһы делегацияһы менән осрашты. Уны Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсе Казим Джалали етәкләй.
Башҡортостан-Иран бәйләнештәре сифат яғынан яңы кимәлгә сыҡты, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Майҙа беҙҙең делегация Тегеранда Iran Oil Show 2022 ҙур нефть һәм газ күргәҙмәһендә ҡатнашты. Киләһе күргәҙмәлә Башҡортостандың нефть сәнәғәте предприятиелары стендын күрһәтеү мөмкинлеген ҡарайбыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Иран вәкилдәре республикабыҙҙа булып ҡайтты, Өфөлә эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе лә инде. Өфө һәм Тегеран араһында тура авиабәйләнеште ойоштора башланыҡ. Тауар әйләнеше тураһында һүҙ йөрөткәндә, былтыр ул 121 миллион доллар тәшкил итте. Беҙҙең хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙә тәүге аҙым уны 500 миллион долларға тиклем арттырыу булыуы мөмкин. Иҡтисадтан тыш, ғилми-техник, мәҙәни һәм социаль өлкәләрҙә лә мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә әҙербеҙ. Республика вуздарында Ирандан студенттар уҡый ҙа инде – улар буласаҡ табиптар һәм уҡытыусылар.
Башҡортостан-Иран бәйләнештәренең күптәнге тарихы бар һәм ваҡыт менән тикшерелгән, тип өҫтәне республика етәксеһе. Атап әйткәндә, Башҡортостанда тыуып үҫкән Кәрим Хәкимов (йәки “Ҡыҙыл паша”) Рәсәй дипломатияһы тарихына сағыу бит яҙҙы. Бер быуат элек ул Ирандың Мешхеде һәм Реште ҡалаларында Совет Рәсәйе консулы була, үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу өсөн байтаҡ эштәр башҡара.
Радий Хәбиров көҙгөһөн Башҡортостандың рәсми һәм эшлекле делегацияһының Иранға сәфәре планлаштырылыуын билдәләне.
Ирандың Рәсәйҙәге Илсеһе Казем Джалали, Башҡортостан Рәсәйҙең иң үҫешкән һәм эре төбәктәренең береһе булып тора, тип билдәләне.
– Республиканың төп ҡиммәте – уның ҡунаҡсыл һәм ярҙамсыл халҡы. Тәбиғәт һәм иҫтәлекле урындар йәһәтенән Башҡортостан – бик матур төбәк. Һеҙҙең сәнәғәтегеҙ көслө. Әйтергә кәрәк, бөгөн Рәсәй менән Иран хеҙмәттәшлеге үҙенең “алтын” осоронда. Был мөнәсәбәттәр төбәк-ара кимәлгә күсәсәк, тип ышанабыҙ. Бындай үҙ-ара эш итеү өсөн Башҡортостандың мөмкинлектәре һәм ҡеүәте ҙур, - тине Казем Джалали.
Башҡортостан делегацияһының Иранға сәфәре уңышлы булһын өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын, тип билдәләне ул.
Илселек шулай уҡ Башҡортостан предприятиеларына Ирандың дәүләт компаниялары менән тура бәйләнештәр булдырырға ярҙам итергә әҙер, был улар аралашсыһыҙ эшләй алһын өсөн кәрәк. Ислам Республикаһы Башҡортостандан иген һәм көнбағыш майын поставкалау менән ҡыҙыҡһына, нефть һәм газ сәнәғәте өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә әҙер.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең иҡтисади ҡеүәте хаҡында һөйләне. Шулай республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 4,6 миллиард доллар тәшкил итә. Башҡортостан уңайлы ерҙә урынлашҡан һәм Европа менән Азия араһында үҙенә күрә транспорт хабына әйләнгән.
Атап әйткәндә, республика Иранға “Ағиҙел” йөк порты аша Ағиҙел, Кама, Волга йылғалары буйлап һәм артабан Каспий диңгеҙе аша иген ебәрә ала.
Премьер-министр Иран партнерҙарын Ағиҙел ҡалаһында логистика үҙәге төҙөлөшөндә ҡатнашырға саҡырҙы. Бында йыл һайын 4,3 миллион тоннаға тиклем йөк ташыу мөмкинлеге бар. Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Ислам Республикаһы бизнесының бындай үҙәк төҙөү менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләне.
Казем Джалали шулай уҡ Башҡортостан делегацияһының Иранға сәфәрен ентекләп өйрәнеү буйынса уртаҡ эш төркөмө ойошторорға тәҡдим итте. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы. Республика яғынан был төркөмдө беренсе вице-премьер – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов етәкләйәсәк.
– Эшсе төркөм Өфө һәм Тегеран араһында тура авиабәйләнеш асыуға булышлыҡ итергә тейеш. Ул шулай уҡ Башҡортостан игенен Иранға оҙатыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй ала. Бынан тыш, һеҙҙә республикабыҙ вәкиллеген асыуҙа ярҙам кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Артабан Радий Хәбиров менән Казем Джалали журналистар менән аралашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Радий Фәрит улынан ниндәй күрһәткестәр иҫәбенә Ислам Республикаһы менән тауар әйләнешен 500 миллион долларға тиклем еткереү мөмкин тип һораны.
– Тауар әйләнешен артабан үҫтереү өсөн нигеҙ бар. Мәҫәлән, Иран беҙҙең үҫемлек майын 114 миллион долларға һатып ала. Был поставкаларҙың ғәйәт ҙур күләме. Әммә беҙ үҙ-ара сауҙаны арттырыу юлы менән генә барырға йыйынмайбыҙ. Иран һәм Башҡортостан территорияһында берлектәге предприятиелар төҙөү буйынса үҙ-ара инвестицияларҙы планлаштырабыҙ, – тине ул. – Хәҙер партнерҙарыбыҙ менән иҡтисади, мәҙәни, фәнни мөнәсәбәттәр булдырыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек бар. Иран – ҙур, ҡеүәтле дәүләт, унда санкциялар шарттарында 85 миллион кеше йәшәй. Ул Рәсәй кеүек шарттарҙа уңышлы үҫешә. Үҙ-ара эш итеү өсөн бөтәһе лә бар.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, улар илсе әфәнде менән тәүге тапҡыр ғына осрашмай.
– Берлектәге эшсе төркөм ойоштороу тураһында һөйләшеп килештек. Ул үҙ-ара тауар әйләнешен үҫтереү, предприятиелар асыу буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләйәсәк. Иҡтисадты үҫтереү, туристар менән алмашыу өсөн Өфө-Тегеран-Өфө авиарейсын асырға планлаштырабыҙ. Көҙгә табан был уңышҡа өлгәшербеҙ, тип уйлайым. Өсөнсөһө – Иран бизнесын республикабыҙ ауыл хужалығына интеграциялау менән бәйле бер төркөм мәсьәләләр. Был өлөштә бер нисә тәҡдимде тикшерҙек. Республика игендән мул уңыш көтә. Һәм уны һатыуға мораторий бөтөрөлгән осраҡта Иран беҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәренә кәрәкле һатып алыусы булып сығыш яһай ала, – тине республика етәксеһе. – Иҡтисади үҙенсәлектәрҙән тыш, Иран – уникаль тарихи дәүләт, унда туристарыбыҙ хәүефһеҙ йөрөй ала. Ә беҙ үҙ яғыбыҙҙан Иран коллегаларыбыҙға шифаханаларыбыҙҙың мөмкинлектәрен тәҡдим иттек. Бөгөн формаль булмаған һөйләшеү үтте, ул хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәрен тикшерергә мөмкинлек бирҙе, тип иҫәпләйем.
Казем Джалали Иран өсөн Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек итеү ни тиклем ҡыҙыҡлы булыуы, тәү сиратта ниндәй өлкәләрҙе үҫтерергә ниәт итеүҙәре тураһында һөйләне. Тәү сиратта ул Башҡортостан Башлығына, Хөкүмәткә һәм Башҡортостан халҡына ҡунаҡсыллыҡтары өсөн рәхмәтен әйтте.
– Төбәк Башлығы, шулай уҡ Хөкүмәт ағзалары менән төплө осрашыу үткәрҙек. Хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙек. Был йүнәлештәрҙә яҡшы потенциал барлығын күрәбеҙ. Ирандың төрлө ауыл хужалығы продукцияһын, шул иҫәптән иген һәм үҫемлек майын һатып алыу мөмкинлеге бар. Беҙҙең компаниялар вәкилдәре бындай һатып алыуҙарҙы үткәреү өсөн Өфөлә булып өлгөрҙө лә инде. Башҡортостан сәнәғәт яғынан үҫешкән республика булып тора, шул иҫәптән нефть һәм газ индустрияһы өлкәһендә лә. Был тағы ла бер үҙ-ара килешеп эш итеү өлкәләрен тулыландыра ала, – тине ул. – Республика Башлығы бизнес-миссия сиктәрендә Иранға барыр тип ышанабыҙ. Ә беҙ һеҙҙең делегацияғыҙҙың сәфәре өсөн яҡшы программа төҙөргә тырышасаҡбыҙ. Ошо рәүешле ике яҡлы бәйләнештәрҙе киңәйтәсәкбеҙ. Тағы ла бер мәсьәлә – Өфө һәм Тегеран араһында тура рейстар ойоштороу. Проектҡа мотлаҡ ярҙам күрһәтербеҙ. Был халыҡтарыбыҙҙың үҙ-ара танып белеүенә, шулай уҡ туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Беҙ ике яҡлы бәйләнештәрҙең “алтын” осоронда торабыҙ, үҙ-ара эшмәкәрлекте артабан киңәйтеү өсөн рельстар һалабыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.