Иҡтисад
2 Август 2022, 18:00

Селекционерҙар яңы сорттар уйлап таба

Тиҙҙән  сит илдән ҡиммәткә орлоҡ һатып алмаясаҡбыҙ

Селекционерҙар яңы сорттар уйлап табаСелекционерҙар яңы сорттар уйлап таба
Селекционерҙар яңы сорттар уйлап таба

 

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Баҫыу көнө” фәнни-ғәмәли семинарында республика селекционерҙары  презентациялаған ужым арышының “Сулпан 9” башҡорт сорты тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашты:

  • Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев 5 августа Башҡортостанға эш сәфәре менән килә. Унда беҙ агросәнәғәт комплексының тотороҡло эшен тәьмин итеү, ураҡ барышы, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ.

Агросәнәғәт комплексы темаһына ныҡлы иғтибар йүнәлтелгән: Рәсәй Президенты Владимир Путин агросәнәғәт комплексы үҫеше буйынса кәңәшмәлә сит илдән сеймалды һатып алыуға бәйлелекте кәметеү мөһимлегенә иғтибар йүнәлткәйне. Ул яҡын арала импортты алмаштырыуға өлгәшеү  бурысын ҡуйҙы. Дмитрий Патрушев орлоҡсолоҡ һәм селекция һорауҙары өҫтөнлөклө йүнәлеш булырға тейешлеген билдәләне. Республика һәм илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн был  һорау менән беҙ 2019 йылдан алып шөғөлләнәбеҙ.

Ошо көндәрҙә Благовар районында “Баҫыу көнө” фәнни-ғәмәли семинары үтә. Беҙҙең селекционерҙар ужым арышының “Сулпан 9” башҡорт сортын презентацияланы. Ул ауыл хужалығының Башҡортостан фәнни-тикшеренеү институтында эшләнде. Ужым арышы ҡиммәтле импорт гибридтарына лайыҡлы альтернатива. Уның уңышы гектарынан 70 центнерға етә, ғәҙәти күрһәткестәрҙең гектар ҡеүәте 30 центнерға тиң. Иген юғары сифатлы, ул икмәк бешереүгә лә,  спирт сәнәғәтенә лә тура килә.

 Әле селекционерҙар ужым арышы һәм бойҙайының яңы сорттары өҫтөндә эшләй. Бындай арсенал менән тиҙҙән эске генә түгел, тышҡы баҙарҙы ла сифатлы орлоҡ менән тәьмин итә аласаҡбыҙ.
  
 Башҡортостанда ураҡ башланды: республиканың 24 районында ужым иген культуралары урып-йыйыла, 12 мең гектарҙа сабылды, 10 мең тонна тирәһе иген йыйылды, шул иҫәптән ужым арышы – 3,8 мең тонна. Күп баҫыуҙарҙа гектар уңышы 35-40 центнерға етә. Был бик яҡшы күрһәткес.


Быйыл иген уңышын  4 миллион тонна күләмдә  баһалайбыҙ – был һуңғы йылдарҙағы уртаса күрһәткестәрҙән юғары.


 

Фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас