Иҡтисад
4 Август 2022, 07:00

Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...

Дуҫтар, һеҙҙең яҡтарҙа юлдар төҙөкмө? Ремонт эштәре барамы? Яңылары һалынамы? Комментарийға фотоларығыҙҙы һелтәгеҙ. Беҙ ҙә күрәйек, беләйек

Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикала юл эштәренең барышы тураһында яҙып сыҡты.

“Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл, планлаштырылған күләмдең 40 проценты үтәлгән дә инде. Төҙөлөш миҙгеленең аҙағына дөйөм оҙонлоғо 349 километрлыҡ 197 төбәк һәм муниципаль-ара юлды ремонтларға ниәтләйбеҙ.

Бурыс ҙур – 2027 йыл аҙағына республикалағы юлдың 85 процентын норматив хәлгә еткереү. Бының өсөн беҙгә тағы ла 985 километр юлды – 2022 – 2024 йылдарға территориаль заказға һалынған 450 километрҙан тыш – төҙөкләндерергә кәрәк.

Муниципаль һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар – айырым мәсьәлә. Улар йыш ҡына республика һәм федераль әһәмиәттәге юлдарға ҡарағанда ла насарыраҡ. Халыҡ ауыл һәм ҡала юлдарына, айырыуса ауылдар араһындағы юлға күп зарлана.

Урындарҙа ремонт эштәренә йыш ҡына аҡса етмәй, һәм беҙ муниципалитеттарға урындағы юлдарҙы тәртипкә килтереүгә өҫтәмә рәүештә бишәр миллион һум бүлергә ҡарар иттек”, – тип яҙған төбәк етәксеһе

Фото: vk.com/radiyhabirov

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov

 

Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Башҡортостанда юл эштәре ҡыҙған мәл...
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас