Иҡтисад
4 Август 2022, 11:15

Инорс артабан үҫәсәк

Өфөлә “Инорс” 110 кВ подстанцияһын һәм уның 110 кВ кабелле электр тапшырыу линияһын төҙөй башланылар

Инорс артабан үҫәсәкИнорс артабан үҫәсәк
Инорс артабан үҫәсәк

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Система” акционерҙар финанс корпорацияһына ингән “БЭСК” акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы булған “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфөнөң “Инорс” 110 кВ подстанцияһын һәм уның 110 кВ кабелле электр тапшырыу линияһын төҙөй башланы. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, “Система” акционерҙар финанс корпорацияһының өлкән идара итеүсе партнеры Феликс Евтушенков, “БЭСК” акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Дмитрий Шароватов, Идара рәйесе – “БЭСК” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Гурин һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Яңы электр ярҙамсы станцияһы ҡулланыусыларҙы электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын һәм сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, шулай уҡ Башкирэнерго селтәрҙәренә өҫтәмә тоташыу мөмкинлектәрен киңәйтәсәк, тине ҡотлау телмәрендә Андрей Назаров.

– Инорсты үҫтереү, уның төҙөклөгө һәм йәшәү уңайлылығы кимәлен күтәреү буйынса пландарыбыҙ ҙур. Бында 23 гектар майҙанда яңы квартал төҙөү ҡаралған. Планлаштырылған торлаҡ күләме 300 мең квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк. Көтөлгән халыҡ иҫәбе – 10 мең самаһы кеше. Шуға ярашлы социаль инфраструктураны әүҙем үҫтереү планлаштырыла. Былар дөйөм белем биреү мәктәбен, балалар баҡсаһын, бассейнлы спорт комплексын төҙөү. “Инорс” подстанцияһы төҙөлөшө был амбициялы пландарҙың үтәләсәгенә ныҡлы ышаныс уята. Уның төҙөлөшөнә яҡынса 850 млн һум тотоноу планлаштырыла. Республика электр селтәрҙәре хужалығының иң эре инвесторы булып сығыш яһаусы “Система” корпорацияһына һәм Башҡортостан электр селтәре компанияһына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. 2012 йылдан алып башҡарылған капиталь һалыуҙар күләме 36 млрд һумдан ашты, – тине Андрей Назаров.

Сергей Гурин, уҙған йылда Башҡортостан энергосистемаһының 90 йыллығын байрам иткәндә Ағиҙел аръяғында “Романовка” подстанцияһы файҙаланыуға тапшырылды, тип билдәләне.

– Быйыл тағы ла бер түңәрәк дата – “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” ойошторолоуға 10 йыл, һәм беҙ “Инорс” ярҙамсы станцияһын төҙөй башлайбыҙ. Был Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы ойошторолғандан алып 10 йыл эсендә республикала 35-110 кВ һанлы ун икенсе ярҙамсы станция, уның хеҙмәткәрҙәре төбәкте үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдыра, - тине Сергей Гурин.

Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы – “БЭСК Инжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. 110 кВ ҡеүәтендәге “Инорс” станцияһы Өфөнөң 75 меңгә яҡын кеше йәшәгән биҫтәһен үҫтереүҙе тәьмин итәсәк. Ярҙамсы станция һәр береһе 25 МВА ҡеүәтле ике трансформатор менән йыһазландырыласаҡ. Проект буйынса, энергия объекты тулыһынса ябыҡ типтағы подстанция булып тора.

Проект сиктәрендә “Өфө ТЭЦ-ы-2 - Сипайлово, 1, 2 ц” 110 кВ таяуынан яңы подстанцияның бүлеү ҡоролмаһы шиндары секцияһына тиклем 110 кВ кабелле электр тапшырыу линияһы ла төҙөләсәк. Уның оҙонлоғо 2,6 километр тәшкил итә. Төҙөлөштө 2023 йылдың аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

Ярҙамсы станция төҙөлөшөн башлау тантанаһынан һуң сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың электр селтәре комплексын үҫтереү юл картаһын тормошҡа ашырыуҙы тикшерҙе. Республиканың иҡтисади һәм инвестиция үҫеше, торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү һәм башҡа күп мәсьәләләрҙе хәл итеү энергетика инфраструктураһын үҫтереүҙең тейешле кимәлен талап итә, тип билдәләнде. Әлеге ваҡытта Благовещенда һәм Иглиндә подстанциялар төҙөлөшө сиратта тора. Урал аръяғында система барлыҡҡа килтереүсе электр селтәрен үҫтереүҙең күләмле проекты әҙерләнә.

Белешмә өсөн:

“Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” акционерҙар йәмғиәте – магистраль һәм бүлеү электр селтәрҙәре менән дөйөм оҙонлоғо 89,4 мең километрҙан ашыу булған, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә электр энергияһы тапшырыу баҙарында өҫтөнлөк иткән, Рәсәйҙең ҙур төбәк электр селтәре компанияһы. Ярҙамсы станцияларҙың дөйөм билдәләнгән ҡеүәте – 22990,8 МВ*А. “Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы” акционерҙар йәмғиәте составына эшмәкәрлек өлкәһенә илдең үҙәк өлөшө менән Урал араһында электр энергияһын транзитлау, Башҡортостан биләмәһендә электр энергияһын тапшырыу һәм һуңғы ҡулланыусыларға бүлеү, шулай уҡ энергетика объекттарын проектлау һәм төҙөү ҡаралған компаниялар инә.

Һуңғараҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был ваҡиға айҡанлы социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Унда ул Инорсты үҫтереү пландары менән уртаҡлашты, яңы подстанция төҙөлөүҙең файҙалы яҡтары тураһында һөйләне.

“Шуныһы мөһим, яңы ярҙамсы станция уның ҡеүәтен 40 МВА тиклем арттырыу мөмкинлеген күҙ уңында тота. Был 2035 йылға тиклем биҫтәнең торлаҡ, социаль һәм инженер инфраструктураһына перспективалы энергетик ихтыяжын яба. Уны булдырыуға 850 миллион һум самаһы аҡса һалынасаҡ. Заманса электр-техник ҡорамалдар ҡаралған. Етештереүселәр – илебеҙ компаниялары.

Благовещенда һәм Иглиндә подстанциялар төҙөү беҙҙә сиратта тора. Урал аръяғында система барлыҡҡа килтереүсе электр селтәрен үҫтереүҙең күләмле проекты әҙерләнә.

Барлыҡ ошо бурыстарҙы Башҡортостан электр селтәрҙәре хужалығының иң ҙур инвесторы булған Башҡортостан электр селтәре компанияһының “Система” финанс корпорацияһының бүлендек предприятиеһы менән берлектә тормошҡа ашырабыҙ. 2012 йылдан алып тормошҡа ашырылған капиталь һалыуҙар күләме 36 млрд һумдан ашҡан”, – тип яҙҙы ул.

Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56852

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас