Иҡтисад
4 Август 2022, 14:55

Иван Сухарев – Луганск Халыҡ Республикаһында

Референдум – иң мөһим ваҡиға, – тине Иван Сухарев.

Иван Сухарев – Луганск Халыҡ РеспубликаһындаИван Сухарев – Луганск Халыҡ Республикаһында
Иван Сухарев – Луганск Халыҡ Республикаһында

Рәсәй Дәүләт Думаһының Башҡортостандан депутаты Иван Сухарев Луганск Халыҡ Республикаһына эш сәфәре менән барҙы. Иван Сухарев Луганск Халыҡ Республикаһының Халыҡ советы депутаты Сергей Серов менән граждандарҙың сходында ҡатнашты. Унда һүҙ Луганск Халыҡ Республикаһының Рәсәйгә ҡушылыуы буйынса референдум үткәреү тураһында барҙы.

- Референдум – иң мөһим ваҡиға, – тине Иван Сухарев. – Референдумды урындағы халыҡ күптән, 2014 йылдан бирле көтә. Улар башта, Ҡырым шикелле, бер ниндәй ауырлыҡһыҙ Рәсәй составына инербеҙ тип уйланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар теләгәнсә килеп сыҡманы.

Шулай уҡ Иван Сухарев һәм рәсми кешеләр Петровский махсус (коррекцион) мәктәп-интернатын ҡараны, балаларға бүләктәр таратты.

Аҙаҡтан Иван Сухарев Башҡортостандан бында килеп эшләгән медиктар менән аралашты, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровск мәктәбенә килде, ундағы капиталь ремонт менән танышты.

 

Автор һәм фото: Гөлнур Артыҡаева.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас