Иҡтисад
4 Август 2022, 13:30

Учалыла – күсмә ултырыш

Әйткәндәй, лицензия алырға теләүселәр артҡандан-арта.

Учалыла – күсмә ултырышУчалыла – күсмә ултырыш
Учалыла – күсмә ултырыш

Учалы ҡалаһында ер аҫты байлыҡтары эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм Учалы районында ер аҫты байлыҡтары өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә ултырышы ойошторолдо.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов билдәләүенсә, Учалы районы юғары тәбиғәт сеймалы потенциалы йәһәтенән айырыла, шул иҫәптән, алтын ятҡылыҡтары буйынса ла. Бөгөн Учалы районында алтын табыу өсөн 37 лицензияһы булған 29 лицензиат эшләй. Әйткәндәй, лицензия алырға теләүселәр артҡандан-арта.

- Алтынға 37 лицензия участкаһының тик 20-һенә генә ер участкаһы менән файҙаланыу өсөн хоҡуҡ бирелгән, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов. – Ҡулында лицензия булғандар – улар әйләнеше ноль булған предприятиелар, бөтә предприятиелар ҙа эшселәрен рәсми теркәмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Учалы районында файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы табыу айырым урынды биләй. Шундай һығымта яһарға мөмкин, Учалы районында алтын табыусы компанияларҙың 90 проценты районға ла, республикаға ла проблема тыуҙырыуҙан айырмалы, бер нимә лә килтермәй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.    

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас