Иҡтисад
5 Август 2022, 04:13

Башҡортостанда косметика етештерәләр

Был йәһәттән “Фабрика Продакшн” компанияһы алдынғылыҡты бирмәй.

Өфөгә терәлеп кенә ятҡан Благовещен ҡалаһына юлы төшкәндәр иң беренсе бындағы заводтарға иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Ниндәйҙәре бит әле, һәммәһе лә заманса, береһе лә эшмәкәрлеген туҡтатмаған. Ысынлап та, уларҙың барыһы ла гөрләп эшләп тора, шул иҫәптән “Фабрик Продакшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә табыш килтереүе менән шатландыра. Беренсенән, ошо фабрика импортҡа алмаш йәһәтенән ҙур пландарҙы уңышлы бойомға ашыра,  икенсенән, Благовещен районының ғына түгел, ә тотош республикабыҙҙың социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыуға тос өлөш индерә.

Беҙ заводты оҙаҡ эҙләп ыҙала­маныҡ, ҡаланың Коммунистик урамына боролғас та, туп-тура уға килеп еттек. Ҡыҫҡаһы, маҡсатыбыҙ –  заводтың эше менән яҡындан танышыу.

– Беҙ – Башҡортостанда ғына түгел, ә тотош Рәсәйҙә танылыу яулаған йәмғиәттәрҙең береһе, заманса заводтар исемлеген тулы­ландырабыҙ, – тип башланы һүҙен “Фабрик Продакшн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Юлия Волошанская. – Продукцияға ихтыяж ҙур, тауарҙы халыҡ сират тороп ала икән, тимәк, был заводтың социаль-иҡтисади хәле тотороҡло, киләсәге өмөтлө тигән һүҙ. Беҙ – ысын мәғәнәһендә ҙур конвейер. Эш бер сәғәткә лә туҡтағаны юҡ. Әлбиттә, хеҙмәт­кәрҙәр донъя баҙарында көнәркәш­леккә һәләтле булыр өсөн ныҡ тырыша, шул уҡ ваҡытта сифат тураһында ла онотмайбыҙ.

Шул иғтибарға лайыҡ: бөгөн ҙур косметика индустрияһы баҙарҙан киткәндә йәки унан ситләшкәндә, “Фабрик Продакшн” йәмғиәте етәк­селеге, киреһенсә, косметика һәм көнкүреш химияһын етештереү менән әүҙем шөғөлләнә һәм өр-яңы тауарҙар сығарыу тураһында ла ныҡлы уйлана. Әйт­кәндәй, беҙ, ҡулланыусылар, йәм­ғиәт етеш­тергән тауарҙарҙы 2021 йылда тәүге тапҡыр һатып алып ҡул­ландыҡ, шул уҡ ваҡытта ныҡ ҡы­уандыҡ.

Юлия Радик ҡыҙы билдәләүен­сә, иң мөһиме – предприятие импорт­ҡа алмаш тәңгәлендә эшмәкәрлеген киң йәйелдергән. Әле Башҡортостан халҡы ғына түгел, ә бүтәндәр ҙә сифатлы тауар­ҙы иркен ҡуллана.

Бында нимә етештерәләр һуң? Ассортимент бик бай, һанай китһәң, йөҙҙән ашыу тауар иҫәпләнә. Төрлө шампунь, шулай уҡ гель, май, скраб, лосьон, ванна өсөн ҡатнаш­малар һәм тоҙҙар, антисептик, битлек кеүек парфюмер һәм косметик тауарҙар – шуға асыҡ миҫал. Быларҙың барыһын да етештереү буйынса үҙҙәренең заманса лабораторияһы булыуы, һүҙ ҙә юҡ, ҙур ҡаҙаныш.

Әйткәндәй, Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бик әүҙем яҙыша. Мәҫә­лән, күптән түгел республика етәксеһе Благовещен ҡалаһы, дөрөҫөрәге, ундағы “Фабрик Продакшн” компанияһының косметика етештереүен телгә алып, үҙенең төплө фекерен әйтте.

– Ошо компания үҙенең проекты менән былтыр мартта тәүге тапҡыр Благовещен районы хакимиәте башлығының “Эшҡыуарлыҡ сәғә­те”н­дә таныштырҙы, – тип яҙҙы Ра­дий Фәрит улы. – Тауар етеш­тереү майҙанын һайлағанда һәм йылдам үҫеш биләмәһе резиденттары реестрына инер өсөн документтар йыйыу буйынса ярҙам һорағайнылар. Кәмендә ике ай тигәндә предприятие “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары исемле­генә индерелде.

Продукцияны Рәсәйҙә, Ҡаҙағ­стан­да, Беларусь Республика­һын­да һатып алырға мөмкин. Ағымдағы йылдың майында Башҡортостан­дың бизнес-миссия составындағы компания Үзбәкстан­ға сәфәр ҡылғайны, бындағы баҙарҙың мөмкинлектәрен дә самаланылар.

“Бәйләнештә” селтәрендә Благовещен районы хакимиәте башлы­ғы ла һөйөнөслө хәбәр еткерҙе. “Беҙ бөгөн “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәрәбеҙ, – тип яҙҙы Благовещен районы хакимиәте башлығы Олег Голов. – Һәр аҙна һайын өр-яңы проекттар тураһында һөйләшеү ойошторолғанына һәм шәп идеялар ишеткәнемә һөйөнәм. “Фабрик Продакшн” йәмғиәтенең тап беҙҙең биләмәлә урынлашыуы һәр йәһәт­тән дә отошло. Завод өсөн бынамын тигән бина һайланыҡ”.

Олег Евгеньевич билдәләүенсә, ошо фабрикала күптәр үҙҙәренә эш урыны тапҡан.

Халҡы 34 меңдән ашҡан Благовещен ҡалаһында ҡеүәтле завод асылыуы бөтә яҡлап ҡарағанда ла һәйбәт. Йәмғиәт етәкселеге 60-ҡа яҡын кешене эш менән тәьмин иткән, киләсәктә хеҙмәткәрҙәр һанын тағы ла арттырыу күҙ уңында тотола. 

– Бер нисә йыл баш ҡалаға көн дә йөрөп эшләнем, мин йәшәгән Благовещен ҡалаһынан Өфөгә хәтлем ара 50 километрға тулмаһа ла, ныҡ арыта ине, – тип һөйләй Сулпан ханым. – Нисек эшһеҙ ул­тыр­маҡ кәрәк?! Ни тиһәң дә, ипоте­ка, кредит түләйбеҙ. Унан тыш ба­ла­ларҙы ла ҡарарға кәрәк. Әле ошо фабрикала эшләгәнемә ҡыуа­нып бөтә алмайым. Эш хаҡын ва­ҡы­тында түләйҙәр. Иң мөһиме, йор­томдан “Фабрик Продакшн”ға йәйәү генә йөрөйөм, ун минут эсендә барып та етәм. Башҡортос­танда косметика етештерәләр, был бит яҡшы. Әллә ҡайҙан эҙләргә түгел, хәҙер косметика һәм көнкү­реш химияһы – үҙебеҙҙеке.

Әңгәмәсемдең һүҙҙәренә ҡара­ған­да, хәҙер Нефтекама ҡалаһын­дағы заводта инженер булған тормош иптәше лә сентябрҙән бында эшләй башларға тора.

– Беҙҙә уңайлыҡтар етерлек, – тип ҡыуанып һөйләй завод белгестәре. – Сәғәтләп кенә эшләй­беҙ, әгәр үҙеңә ҡушылғанды үтәһәң, етәкселек тарафынан бер ниндәй ҙә дәғүә ишетмәйһең. Планды арттырып үтәүселәргә стимул булғаны­на ла нисек шатланмайһың инде! Шуға күрә лә һәр кем тырыша.

Радий Хәбировтың социаль селтәрҙә урындағы бренд тураһын­дағы сираттағы яҙмаһынан өҙөк килтереү шулай уҡ урынлы булыр.

“Беҙ урындағы эшҡыуарҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм уңғандарға уңайлы шарттар тыуҙырыр өсөн төрлө кимәлдә ярҙам күрһәтәбеҙ, – тигән Радий Фәрит улы. – Бөтә муниципа­ли­теттарҙа ла бизнес-шерифтар бар, һәр кесе йома башлыҡтар бөтә республика буйынса “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғара”.

Республика Башлығы әйтеүен­сә, “Фабрик Продакшн” тарихы – беҙҙә был тәңгәлдә эштең эҙмә-эҙлекле алып барылыуының һәм яҡшы һөҙөмтәләр биреүенең өлгөһө.

Заводтан сығып күп тә барма­ныҡ, бер нисә кешене тап иттек. Ябай халыҡ был заводты беләме? Бында етештерелгән тауарҙы ҡул­ланамы? Ошоларҙы асыҡлау маҡсатында, улар янында туҡ­талдыҡ.

– Йәшерен-батырын түгел, тәүҙәрәк “Фабрика Продакшн”дың тауарҙарына шикләнеберәк ҡарай торғайным, – тине Анастасия Васильева. – Сифатлымы-түгелме, хаҡы тешләмәйме тигәнерәк һорау­ҙар борсоно. Шәхсән үҙем­дең, шампунде һатып алғас, бөтә шик-шөбһәләрем ҡул менән һыпы­рып ташлағандай юҡҡа сыҡты. Хәҙер ғаиләбеҙ менән тик тыуған ҡа­ламдағы ошо заводтың продук­цияһын ҡулланабыҙ.

Марат Харисов әйтеүенсә, республика етәкселегенең Благовещен ҡалаһындағы ише ҙур заводтар асыуы маҡтауға лайыҡ. Сит илдең тауарына хаҡтар ныҡ юғары, яҡын барырлыҡ та түгел, ә беҙҙәгеләр арзан да, сифатлы ла.

Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, әле “Фабрик Продакшн” йәмғиәте бюджет линияһы тармағын әүҙем үҫтерә, ҡыҫҡаһы, бигерәк тә тауар һатып алғанда аҙ килемлеләрҙең кеҫәһенә һуҡмаһын өсөн тырыша. Күптән түгел “Limi” исемле көнкүреш химияһы етештерелә башлаған. Шулай уҡ серәкәйҙәрҙән һаҡланыуға тәғәйенләнгән шыйыҡса сығаралар. Ә инде йыл аҙағына балалар өсөн шампунь һәм косметика етештерергә тотонорға уйлайҙар.

- Илдар АҠЪЮЛОВ

Благовещен ҡалаһы

Читайте нас