

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4-5 августа Әбйәлил районында республиканың 9 муниципаль берәмеге бизнес-шерифтарының республика экспортын үҫтереү буйынса уҡыуҙар үтте. Ике көнлөк уҡыуҙы «Экспорт мәктәбе» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһының экспорт эшмәкәрлеге һәм тышҡы баҙарҙа экспортерҙар эшен оптималләштереү буйынса тәжрибәле бизнес-коучтары үткәрҙе.
- Экспортлаусыларҙың төп өлөшө республиканың ҙур ҡалаларына тура килә. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Урал аръяғында бөтәһе 29 экспортер теркәлгән, ул дөйөм һандан 3 процент самаһы тәшкил итә. Был проект тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте популярлаштырыуға һәм республика райондарында экспортҡа оҙатыусы эшҡыуарҙарҙы арттырыуға йүнәлтелгән. Алынған белем Урал аръяғы муниципалитеттарында экспорт эшмәкәрлеген үҫтереүгә этәргес бирер, тип ышанам, - тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Әбйәлил, Баймаҡ, Ейәнсура, Учалы, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Фёдоровка, Күгәрсен һәм Бишбүләк райондарының бизнес-шерифтарын уҡытыуҙа Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова, республиканың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге директоры Илдус Хәлитов, «Рәсәй экспорт үҙәге Өфө» акционерҙар йәмғиәте вәкиллеге етәксеһе Ренат Маняпов ҡатнашты.
Сара башланыр алдынан төбәк бизнес- шерифтарына республиканың экспорт эшмәкәрлеге буйынса ағымдағы хәл күрһәтелде. Лена Изотова үҙ сығышында төбәктең экспортҡа йүнәлеш алған предприятиеларына ғәмәлдәге ярҙам инфраструктураһы, министрлыҡ әҙерләгән экспортёрҙарға һәм импортёрҙарға көрсөккә ҡаршы ярҙам инструменттары, ошо йүнәлештә ғәмәлгә ашырылған проекттар, шул иҫәптән «Ашығыс экспорт ярҙамы», «Импорт менән тәьмин итеү һәм импортты алмаштырыу» үҙәге, муниципаль стандарт хаҡында һөйләне.
- Бизнес-шерифтар институты Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлеге инфраструктураһында мөһим урын биләй. Был йүнәлештәге эш муниципаль берәмектәр предприятиелары кураторҙары булараҡ бизнес-шерифтарҙан башлана, - тип билдәләне Лена Изотова.
Уҡытыуҙың ике көнөндә бизнес-шерифтар экспорт тәҡдимдәренә хаҡ формалаштырыуҙы ентекле өйрәнде, экспортлаусы һәм импортерҙың ниндәй яуаплылыҡ йөрөтөүен, шулай уҡ поставкалау базаһының экспорт контракты хаҡына нисек йоғонто яһауын асыҡланы. Бынан тыш, тышҡы баҙарҙарҙа экспортерҙарҙың эшен оптималләштереүсе төп таможня процедуралары менән бәйле мәсьәләләр, шул иҫәптән валюта контроле һәм Рәсәй банкының 181 инструкцияһы талаптарын үтәү мәсьәләләре ҡаралды.
Сығанаҡ һәм фото: БР Хөкүмәте сайтынан.