Иҡтисад
7 Август 2022, 11:15

“Һеҙ – илебеҙҙең ысын терәге”

“Мин балалар өсөн күңел асыу саралары күп булмаған бәләкәй ҡалала үҫтем. Әммә минең быуындың һәр малайын - быуат төҙөлөшө БАМ-дың замандашын - юлдар романтикаһы, бөтә Советтар Союзын тәгәрмәс шауы аҫтында урап сығыу хыялы йәлеп иткәндер, моғайын"

“Һеҙ – илебеҙҙең ысын терәге”“Һеҙ – илебеҙҙең ысын терәге”
“Һеҙ – илебеҙҙең ысын терәге”

Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яҙманы ҡуйған. Унда шундай юлдар бар:

“Мин балалар өсөн күңел асыу саралары күп булмаған бәләкәй ҡалала үҫтем. Әммә минең быуындың һәр малайын - быуат төҙөлөшө БАМ-дың замандашын - юлдар романтикаһы, бөтә Советтар Союзын тәгәрмәс шауы аҫтында урап сығыу хыялы йәлеп иткәндер, моғайын. Хәҙер поезда һирәк сәйәхәт итәбеҙ, әммә хәтирәләр әле булһа күңелдә һаҡлана.

Тимер юл транспортына идара итеүсе күҙлегенән ҡарағанда, бының ни тиклем ауыр хеҙмәт һәм көндәлек иғтибар һәм идара итеү дисциплинаһын талап итеүсе, ҡатмарлы, күп кимәлле хужалыҡ булыуын аңлайһың. Йөҙҙәрсә һәм меңәрләгән саҡрым юл йөрөгән поездар, сәғәт бүлкәтен алмаштыра-алмаштыра, вокзалдарға минут һайын килә. Был - ысын сәнғәт. Тимер юлсылар кешеләрҙең ғүмере, тауар ташыу һәм ахыр сиктә ауыл-ҡала тормошон төрлө яҡтан тәьмин итеү өсөн дә яуаплы. XIX быуаттың  80-се йылдарында тап Өфө аша Һамар - Екатеринбург тимер юлын үткәреү ҡарары ҡаланың иҡтисади күтәрелешенә һәм үҫешенә булышлыҡ иткән.

Оҙаҡ ваҡыт был магистраль Рәсәйҙең Европа өлөшө менән Себер һәм Алыҫ Көнсығыш араһын тоташтырған берҙән-бер тимер юл бәйләнеше булып ҡалған, уның буйынса аҙыҡ-түлек, бал, ағас, металл ташығандар, ә тимер юл инфраструктураһын хеҙмәтләндереү ихтяжы яңы эшселәрҙе йәлеп иткән һәм халыҡ һаны үҫешенә, ҡала төҙөлөшөнә йоғонто яһаған.

Хәҙер ҙә тимер юл бәйләнешен үҫтереү - республиканың транспорт өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Быйыл ҡала яны поездарында пассажирҙар ташыу күләме 2021 йыл менән сағыштырғанда  17% артыуын күҙәтәбеҙ. Тиҙҙән уларға «Көнсығыш экспресс»ы ла өҫтәләсәк, киләсәктә Өфө тирәләй ҡаланы аэропорт менән бәйләйәсәк тимер юл ҡулсаһы төҙөлөп бөтәсәк.

Урал аръяғында тыуып үҫкән кеше булараҡ, Сибай - Сара тармағын төҙөү минең өсөн оло әһәмиәткә эйә. Уны асыу төҫлө металл ятҡылыҡтары һәм эшкәртеүсе предприятиелар араһында логистик бәйләнештәр булдырырға мөмкинлек бирәсәк, стратегик яҡтан мөһим тышҡы баҙарҙарға –  Ҡаҙағстанға, Ҡытайға, Үҙәк Азияға  тура юл асасаҡ. Урал аръяғы өсөн дә, Башҡортостан өсөн дә был экспорт өҫтөнлөлөгө, яңы инвестициялар һәм эш урындары тигән һүҙ.

Бөгөн ҡорос магистралдәр хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы - Тимер юлсылар көнө. Башҡортостанда Рәсәй тимер юлдары предприятиеларында 10 меңдән ашыу кеше эшләй. Шулай уҡ электр транспорты водителдәрен, станциялар буйынса дежурҙарҙы, эскалатор һәм лифт комплекстары хеҙмәткәрҙәрен, ғөмүмән, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын  тәьмин иткән барлыҡ тимер юл транспорты хеҙмәткәрҙәренең барыһын да ҡотлайым.

Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Һеҙ - тыуған илебеҙҙең икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрен берҙәм мәҙәни һәм иҡтисади мөхиткә тоташтырыусы ысын терәге. Сәләмәт булығыҙ!”

Фото  Андрей Назаровтың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән.

 

 

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас