Иҡтисад
8 Август 2022, 14:50

Быйыл 20 инвестпроект өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән

Быйыл беренсе кварталда – туғыҙ миллиард һум һәм 558 эш урыны. Инвестиция проекттары сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл һәм юл хужалығы өлкәләрендә ғәмәлгә ашырылған.

Быйыл 20 инвестпроект өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгәнБыйыл 20 инвестпроект өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән
Быйыл 20 инвестпроект өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән

Башҡортостанда быйыл 13,2 миллиард һумға торошло 20 инвестиция проекты өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгән һәм улар 997 эш урыны булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Ошо хаҡта белдерҙе республиканың Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров.

– Өҫтөнлөкле инвестиция проекты – Башҡортостан Республикаһында 2011 йылдан ғәмәлдә булған инвесторҙарға ярҙам итеү юлы. Бындай проекттарҙың үҙенсәлеге – дәүләт тәьмин итә алған ташламаларға, гарантияларға эйә булыу һәм файҙаланыу хоҡуғы. Әле был исемлектә 777,9 миллиард һум тәшкил иткән һәм 34,5 мең эш урыны булдырыу ҡаралған 288 инвестиция проекты бар. Былтыр милеккә һәм килемгә һалым ташламалары, ер участкаларын сауҙаһыҙ ҡуртымға биреү һәм республиканың Ауыл хужалығы министрлығы аша төрлө субсидиялар биреү иң киң файҙаланылған ярҙам саралары булды, тип билдәләр инем, – тине Андрей Назаров.

Премьер-министр билдәләүенсә, әйтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу ваҡытында бөтәһе 373,3 миллиард һум аҡса һалынған һәм 10,8 мең эш урыны булдырылған, шул иҫәптән быйыл беренсе кварталда – туғыҙ миллиард һум һәм 558 эш урыны. Инвестиция проекттары сәнәғәт, төҙөлөш, ауыл һәм юл хужалығы өлкәләрендә ғәмәлгә ашырылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: өҫтөнлөклө инвестиция проекты эшҡыуарҙарға ярҙам итеү юлдарының береһе – Башҡортостан Хөкүмәтенең  2011 йылдың 19 авгусындағы 292-се ҡарары талаптары буйынса исемлеккә индерелгән социаль һәм иҡтисади һөҙөмтәле инвестпроект. Ул эшҡыуарҙарға үҫеү өсөн бар яҡлап та мөмкинлектәр бирә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайты.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас