Иҡтисад
8 Август 2022, 12:30

Дүрт миллион тонна уңыш көтәбеҙ!

Урып йыйыу эштәрен ваҡытында, юғалтыуһыҙ башҡарыу өсөн етештереүсәнлекте тәүлегенә 100 мең гектарға тиклем еткерергә кәрәк.

Дүрт миллион тонна уңыш көтәбеҙ!Дүрт миллион тонна уңыш көтәбеҙ!
Дүрт миллион тонна уңыш көтәбеҙ!

Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн яуаплы мәл – уңыш йыйыу башлана. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо турала һөйләне. Уның белдереүенсә, үткән аҙнала республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән уңыш йыйыуға ла төшкән.

– Быйыл дүрт миллион тонна самаһы иген йыйып алырға уйлайбыҙ, был уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Майлы культуралар – 500 мең тоннанан ашыу, шәкәр сөгөлдөрө 1,3 миллион тонна булыр тип күҙаллана, – тине ул. – Ағымдағы йылда 2 миллион 462 мең гектарҙан, шул иҫәптән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын – 1 миллион 759 мең гектарҙан һәм 480 мең гектарҙан техник культуралар йыйырға планлаштырабыҙ.

Вице-премьер белдереүенсә, әле райондарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу башланған. Нигеҙҙә, ул – ужым арышы һәм бойҙайы, яҙғы арпа һәм борсаҡ. Йәмғеһе 138,7 мең гектарҙа сабылған, йәғни майҙандарҙың 6 проценттан ашыуы.

Бөгөн 73 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген урып йыйылған, был планға ҡарата 27 процентҡа тиң, 120 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Уңыш гектарынан 31,2 центнер тәшкил итә.

Майлы культураларҙан 5 мең тоннанан ашыу ужым шипкәне орлоғо йыйып алынған, уртаса уңыш – гектарынан 11 центнер.

– Бөртөклө культураларҙы һуғыу буйынса лидерҙар - Стәрлетамаҡ (25,2 мең тонна), Борай (20,3 мең тонна) һәм Ҡырмыҫҡалы райондары (14,9 мең тонна) иҫәпләнә. Ужым культураларының уңышы буйынса Ауырғазы (гектарынан 53,1 центнер), Стәрлетамаҡ (50,4 центнер), Туймазы (44,8 центнер), Бүздәк (42,9 центнер), Ишембай (40,0 центнер) һәм Күгәрсен (32,8 центнер) райондары айырыла, – тине ул. – Республиканың 40 районы яҙғы иген культураларын йыйыуға төштө. Бөгөнгә 65 мең гектарҙа эш башҡарылған. Яҡынса 120 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Быйыл яҙғы игендең уртаса уңышы гектарынан 32 центнер тәшкил итте, былтырғынан гектарынан 17 центнерға юғарыраҡ.

Ҡайһы бер хужалыҡтар ужым культураларын сәсеүгә төшкән. Был – Архангел, Дыуан, Көйөргәҙе һәм Мишкә райондары.

Вице-премьер әйтеүенсә, техник парк тулыһынса әҙер. Ураҡ эштәрендә 3960-тан ашыу иген йыйыу комбайны ҡатнаша, был былтырғыға ҡарағанда 120-гә күберәк. Йыл башынан алып 73 яңы иген йыйыу комбайны һатып алынған.

– Урып йыйыу эштәрен ваҡытында, юғалтыуһыҙ башҡарыу өсөн урып-йыйыу эштәрендә етештереүсәнлекте тәүлегенә 100 мең гектарға тиклем еткерергә кәрәк. Муниципаль райондарҙың бурысы – урып һуғыуҙа иген йыйыу комбайндары паркын тулыһынса йәлеп итеү буйынса саралар күреү. Әлеге ваҡытта тәүлегенә яҡынса 55-60 мең гектар һуғабыҙ. – тине ул.

Киләһе аҙнанан, һауа торошон күҙ уңында тотоп, ужым культураларын сәсә башларға иҫәп тоталар. Сәсеү майҙаны 500 мең гектар тәшкил итә, был уҙған йылдың кимәленә ҡарата тағы 192 мең гектар (2021 йылда – 308 мең гектар). Орлоҡтар тулы күләмдә тәьмин ителгән.

Дөйөм алғанда, эштәр графикка ярашлы бара.

Радий Хәбиров ауыл хужалығы эшсәндәренә уңыш теләне.

Фото: rusovok.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас