Иҡтисад
8 Август 2022, 11:30

Иғтибар: брифинг!

Беҙҙә ташламалы IT-ипотека һәм әрме хеҙмәтенән кисектерелеү мөмкинлегенән ҡулланған белгестәр күпме? 

Иғтибар: брифинг!Иғтибар: брифинг!
Иғтибар: брифинг!

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 10 августа республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында IT-тармаҡҡа ярҙам сараларына һәм бизнесты алып барыуҙы ябайлаштырған электрон сервистарҙы үҫтереүгә арналған брифинг үтә. Осрашыу барышында ташламалы IT-ипотека һәм әрме хеҙмәтенән кисектерелеү мөмкинлеге менән ҡулланған белгестәргә ҡағылышлы көнүҙәк мәғлүмәттәр билдәле буласаҡ.

Төп спикер булараҡ, БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин сығыш яһай. Брифингтан һуң министр журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә.

Сара 15.00 сәғәттә башлана.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас