Иҡтисад
8 Август 2022, 10:30

Уңышлы проект

Лаборатория мөдире – аспирант Ғәзинур Шаһиғәлин.

Уңышлы проектУңышлы проект
Уңышлы проект

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Евразия ғилми-белем үҙәге юғары уҡыу йорттарының (Өфө дәүләт нефть техник университеты) ғалимдары студенттарҙы аддитив технологияларға өйрәтеү өсөн уңышлы инфраструктура булдырған.

“Рәсәйҙең урта өлөшөнөң климат шарттарында файҙаланыу өсөн 3D биналары һәм ҡоролмалары, композицион берләшеү нигеҙенә төҙөлөш ҡатнашмаһы эшләнмәләре” тигән проект профессор Александр Рязанов етәкселегендә тормошҡа ашырыла.

– Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш институтында “Төҙөлөштә аддитив технологиялар” тип аталған ғилми-тикшеренеү лабораторияһы эшләй, – тип һөйләй Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин. – Ундағы хеҙмәткәрҙәр штатында ғалимдар ҙа, студенттар ҙа бар. Лаборатория мөдире – аспирант Ғәзинур Шаһиғәлин. Беҙҙең вуз композицион материалдар эшләү менән күптән шөғөлләнә. Аддитив технологияларҙы үҫтереү өсөн беҙҙең сығарылыш уҡыусылары ныҡ тырыша.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас