Иҡтисад
8 Август 2022, 09:30

"Управдом" аңлатасаҡ

Быйыл форумдар 20 августан 20 сентябргә тиклем үтәсәк. 

"Управдом" аңлатасаҡ"Управдом" аңлатасаҡ
"Управдом" аңлатасаҡ

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле башланыр алдынан “Управдом” форумдары үтәсәк. Был 20 августан 20 сентябргә тиклемге осорға тура килә. Унда башлыса кешеләргә йылылыҡ өсөн түләүҙе иҫәпләү системаһы нисек ойошторолғаны тураһында һөйләйәсәктәр. Был турала бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән кәңәшмәһендә билдәле булды.

– Төп бәлә шунда: беҙ кешеләргә күп нәмәне аңлатып еткермәйбеҙ. Хатта иҫәпләү системаһы буйынса ла ябай 1/12 һәм 1/8 форматтарын аңлап етмәгән кешеләр байтаҡ. Шуға күрә аңлатырға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.

Радий Фәрит улы был “Управдом” форумдарында муниципалитет башлыҡтарына ла туранан-тура ҡатнашырға һәм кешеләр менән аралашырға ҡушты.

Фото: gkzbashkortostan.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас