Иҡтисад
8 Август 2022, 11:20

Ҙур уңышты заманса техника хәл итә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә урып-йыйыу компанияһының барышы тикшерелде.

Ҙур уңышты заманса техника хәл итәҘур уңышты заманса техника хәл итә
Ҙур уңышты заманса техника хәл итә

Вице-премьер һәм республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итеүенсә, планда дүрт миллион тонна иген, 1,3 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 500 мең тоннанан ашыу май культуралары йыйып алыу билдәләнгән.

– Райондарҙа бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыу башланды. Нигеҙҙә – ужым арышы һәм бойҙайы, – тине Илшат Фәзрахманов. – 8 авгусҡа ҡарата төбәгебеҙҙә 73,8 мең гектар эшкәртелгән, был сәселгән ауыл хужалығы биләмәләренең 27 процентын тәшкил итә.

Ужым культуралары буйынса алдынғылар – Ауырғазы районы (гектарынан 53,1 центнер), Стәрлетамаҡ (50,4-әр центнер) һәм Туймазы (45-әр центнер) райондары.

Бынан тыш, 40 муниципалитет яҙғы культураларҙы йыйыуға тотондо. Хужалыҡтар 65 мең гектарҙы эшкәртте һәм 120 мең тонна игенде йыйып алды ла инде. Уңыш – гектарынан уртаса 32 центнер.

Урып-йыйыу эшендә 3 960 комбайн файҙаланыла, был алдағы йылдан 120 машинаға күберәк. Быйылғы йыл башынан алып аграрийҙар 6,5 миллиард һумға 1 871 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алды.

Вице-премьер әйтеүенсә, бер тәүлектә республикала 55-60 мең гектар йыйып алына. Был күрһәткесте арттырыу өсөн техник паркты артабан яңыртырға кәрәк. Әлеге ваҡытта министрлыҡ ошо маҡсатта төрлө ҡорамалдар һатҡан ойошмаларҙы өйрәнә.

   – Уңыш йыйыу менән бергә ошо аҙнанан башлап хужалыҡтар киләһе йыл өсөн ужым культуралары сәсеүгә кереште. Орлоҡ менән улар тулы күләмдә тәьмин ителгән, – тине Илшат Фәзрахманов.

Башҡортостан Башлығы ауыл эшсәндәренә уңыштар теләне, шулай уҡ республиканың Ауыл хужалығы министрлығына урып-йыйыу кампанияһы тамамланғас та агросәнәғәт комплексы өсөн яңы техника алыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә ойошторорға ҡушты.

– Тармаҡтың ҡеүәте йыл һайын дүрт һәм унан да күберәк миллион тонна уңыш йыйып алыу мөмкинлеге бирә, – тине Радий Хәбиров. – Бының өсөн иң мөһиме – заманса техника. Беҙҙең машина-трактор паркын яңыртыуҙы дауам итергә кәрәк.

Фото: glavarb.ru.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас