Иҡтисад
8 Август 2022, 11:45

Ҡыш көнө өшөмәҫкә тейешбеҙ

Министр белдереүенсә, әле коммуналь хеҙмәттәр – 71, торлаҡ фонды 69 процентҡа әҙер.

Ҡыш көнө өшөмәҫкә тейешбеҙҠыш көнө өшөмәҫкә тейешбеҙ
Ҡыш көнө өшөмәҫкә тейешбеҙ

Сананы йәй әҙерлә тигәндәй, әле Башҡортостанда әүҙем рәүештә ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек бара. Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала һөйләшеү булды. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова республиканың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, әле коммуналь хеҙмәттәр – 71, торлаҡ фонды 69 процентҡа әҙер.

Үҙәк йылытыу системаларын йыуыу – 76 процент, гидравлик һынауҙар – 70 процент, дөйөм йорт иҫәбен алыу иҫәпләгестәрен ремонтлау һәм тикшереү – 58,3 процентҡа, элеватор төйөндәрен көйләү – 58 процентҡа, йылытыу торбаларын изоляциялау – 54 процентҡа, эҫе һыу менән тәьмин итеү 49 процентҡа тамамланған.

Әле ҡышҡылыҡҡа әҙерлек буйынса юғары күрһәткестәр Әлшәй, Бүздәк, Йәрмәкәй, Мәсетле, Дүртөйлө, Тәтешле һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында. Иң артта ҡалғандары – Баймаҡ, унда эштәр 39 процентҡа ғына тамамланған.

15 сентябргә тиклем барлыҡ коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре һыуыҡтарға тулыһынса әҙер булырға тейеш, тине Ирина Голованова.

Министр вазифаһын башҡарыусы хәбәр итеүенсә, республиканың ете муниципалитетында коммуналь селтәрҙәр яңы хужаларға тапшырыласаҡ. Хәҙер балансында булған транзит ойошмалары бөтөрөлә. Был 1 сентябрҙән көсөнә инәсәк ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле. Төҙәтмәләргә ярашлы, файҙаланыуҙа булған һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү участкаларының оҙонлоғо 7 километрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.

“Ошо ҡануниәткә тап килмәүгә бәйле, тарифтар буйынса дәүләт комитеты республиканың ете муниципалитетындағы 24 ойошманың транспортҡа тарифтарын бөтөрҙө. Был селтәрҙәр ташланған булырға тейеш түгел. Әле үк муниципалитеттар менән эш алып барыла. Мәсьәлә шәхсән рәүештә хәл ителә. Селтәрҙәр йә шәхси милеккә ҡуртымға тапшырыла, йә иһә башҡа варианттар булыуы мөмкин”, – тине Ирина Голованова.

Йылылыҡ һәм һыу тәьминәте селтәрҙәренең бер өлөшө яңы ҡулдарға Бәләбәй, Мәләүез, Әбйәлил райондарына, шулай уҡ Өфөлә, Учалыла, Сибайҙа һәм Ишембайҙа тапшырыласаҡ.

Фото: pressaufa.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас