

Еләк-емеш үҫтереү яғынан шарандарға еткән ниндәй төбәк бар? Райондың еләк плантациялары 230 гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Былтыр ғына был майҙан ике тапҡырға кәм ине.
Баҡсасылар еләк йыйыу миҙгелен бушҡа үткәрмәҫкә, тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырыша. Мәҫәлән, эшҡыуар Олег Димитриевтың эш майҙаны 20 гектарҙан ашыу. Алма баҡсаһына нигеҙ һалыу планы ла бар. Эште тәүҙә бер нисә түтәлдән генә башлаһалар, 2015 йылда “Эш башлаусы фермер” программаһы буйынса техника алып, ҡолас ташлап тотоналар.
Быйылғы миҙгел ямғырҙары һәм ҡояшлы көндәре менән һөйөндөрә, уңыш былтырғынан өс-дүрт тапҡырға күберәк, ти еләкселәр. Хеҙмәттең еңел булмағанын дә билдәләргә кәрәк, сөнки продукция тиҙ боҙола, йәһәт һатырға кәрәк. Таң һарыһынан тороп эшкә тотонмай сара юҡ. Ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Олег Мефодиевичҡа борсолаһы урын юҡ, сөнки уға өс улы ла ярҙамға килергә әҙер.
Эшҡыуарҙың еләк плантацияһына Өфөнән, Туймазы, Саҡмағош райондарынан еләккә килеүселәр күп. Әле эшҡыуар “Шаран баҡсалары” ойошмаһы етәксеһе лә булып тора. Уға ҡырҡтан ашыу ағза ингән.
Зиновий Капитонов еләк үҫтереү эшенә 1974 йылда уҡ тотона. Шишмә районынан ун төп еләк алып ҡайтып эш башлай. Хәҙер инде уға улы Рим һәм ейәне Станислав ярҙамлаша. 25 гектар майҙанда 36 сорт һынау үтә, көнөнә бер тоннаға яҡын еләк йыйып алына, ә миҙгел эсендә 10-15 тонна еләк һатыла. Хәҙер Шаран еләген белмәгән кеше республикала юҡтыр ҙа.
Эшҡыуар Наталья Андриянова Яңы Йомаш ауылында 2,5 гектарҙа еләк үҫтерә. Сүп үләндәре, ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған биләмәне таҙартып, еләк-емеш баҡсаһына әүерелдерә. Тәүлек әйләнәһенә эшләһәң генә уңышҡа өлгәшеп була, тип иҫәпләй егәрле ҡатын. Уның плантацияһында эргәләге ауылдарҙан килгән эшселәр еләк йыя. Хеҙмәт хаҡы көн һайын түләнә. Баҡсасылар интернет-маркетинг хеҙмәтенән оҫта файҙалана, клиенттарға ҡытлыҡ юҡ.
Шаран эшҡыуарҙары республика күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнашып, абруйлы наградаларға лайыҡ була. Быйылғы 32-се халыҡ-ара “Агрокомплекс” күргәҙмәһендә “Шаран еләге” кооперативы алтын миҙал яуланы.
Еләк үҫтергән эшҡыуарҙарҙың бөтәһен һанап бөтөүе лә ауыр. Ә бына Гөлшат һәм Фидан Бүләкҡуловтар еләк индустрияһында аҙымдарын башлап ҡына тора. Тәүге тапҡыр ике гектар ерҙә еләк түтәлдәре барлыҡҡа килгән. Улар көҙгә тиклем уңыш биргән сорттарға өҫтөнлөк бирергә теләй. Ҙур табыш килтергән һәм оло хеҙмәт талап иткән йүнәлеште һайлаған эшҡыуарҙарға уңыштар теләргә генә ҡала.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайты.