Иҡтисад
9 Август 2022, 05:45

Мәләүез егеттәре һыр бирмәҫ!

 Рәсәйҙең ҡырҡ төбәгенән һәм сит илдәрҙән йыйылған  тракторсылар күнекмәләрҙе башлаған да инде...

Мәләүез егеттәре   һыр бирмәҫ!Мәләүез егеттәре   һыр бирмәҫ!
Мәләүез егеттәре һыр бирмәҫ!

Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатында  Мәләүез районы механизаторҙары Илдар  Ишәкәйев һәм Рафаэль Ҡағанов Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.  Икеһе лә эштә лә, ярыштарҙа ла сыныҡҡан егеттәр. Илдар Ишәкәйев Рәсәй һәм Европа кимәлендәге  чемпионаттарҙа ҡатнашып мул тәжрибә туплаған, Рафаэль Ҡағанов район ярыштарында призлы урындарға лайыҡ булған.

Быйыл механизаторҙар бәйгеһе Ленинград өлкәһенең “Приневское” предприятиеһы базаһында 12-13 августа үтәсәк. Рәсәйҙең ҡырҡ төбәгенән һәм сит илдәрҙән йыйылған  тракторсылар күнекмәләр башлаған да инде.

Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, чемпионат сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ йөкмәткеле буласаҡ: тракторға идара итеү оҫталығына ярыштар, шоу-уҙыштар, тест-драйвтар үткәреләсәк, сыр фестивале, шарап йәрминкәһе һәм башҡа мауыҡтырғыс байрам саралары ойоштороласаҡ. Республика күргәҙмәлә “Башҡорт тирмәһе” экспозицияһы менән сығыш яһаясаҡ. Ә Башҡортостан фермерҙарының һәм кооперативтарының күрһәтерлек уңыштары ла, маҡтанырлыҡ аҙыҡ-түлеге лә, деликатестары ла етерлек.  Мәләүез егеттәренең ярыштарҙа һыр бирмәҫенә, бөтә оҫталыҡтарын һалып, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтеүенә ышанабыҙ.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас