

Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн яуаплы мәл – уңыш йыйыу башланды. Кисә Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төп темаларҙың береһе ошо булды. Шулай уҡ көн ҡаҙағында коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлеге лә, “Патриот” паркында үтәсәк сираттағы “Геройҙар уҙышы” ла ҡаралды.
4 мең тонна уңыш көтәбеҙ!
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов уңыш йыйыу барышы тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, үткән аҙнала республика аграрийҙары мал аҙығы әҙерләү менән бер рәттән уңыш йыйыуға ла төшкән.
– Быйыл дүрт миллион тонна самаһы иген йыйып алырға уйлайбыҙ, был уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Майлы культуралар – 500 мең тоннанан ашыу, шәкәр сөгөлдөрө 1,3 миллион тонна булыр тип күҙаллана, – тине ул. – Ағымдағы йылда 2 миллион 462 мең гектарҙан, шул иҫәптән иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын – 1 миллион 759 мең гектарҙан һәм 480 мең гектарҙан техник культуралар йыйылырға планлаштырабыҙ.
Вице-премьер белдереүенсә, әле райондарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйыу башланған. Нигеҙҙә, ул – ужым арышы һәм бойҙайы, яҙғы арпа һәм борсаҡ. Йәмғеһе 138,7 мең гектарҙа сабылған, йәғни майҙандарҙың 6 проценттан ашыуы.
Бөгөн 73 мең гектарҙан ашыу майҙанда иген урып йыйылған, планға ҡарата был 27 процентҡа тиң, 120 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Уңдырышлылыҡ гектарынан 31,2 центнер тәшкил итә.
Майлы культураларҙан 5 мең тоннанан ашыу ужым шипкәне орлоғо йыйып алынған, уртаса уңыш – гектарынан 11 центнер.
– Бөртөклө культураларҙы һуғыу буйынса лидерҙар – Стәрлетамаҡ (25,2 мең тонна), Борай (20,3 мең тонна) һәм Ҡырмыҫҡалы райондары (14,9 мең тонна). Ужым культураларының уңышы буйынса Ауырғазы (гектарынан 53,1 центнер), Стәрлетамаҡ (50,4 центнер), Туймазы (44,8 центнер), Бүздәк (42,9 центнер), Ишембай (40,0 центнер) һәм Күгәрсен (32,8 центнер) райондары айырыла, – тине ул – Республиканың 40 районы яҙғы иген культураларын йыйыуға төштө. Бөгөнгә 65 мең гектарҙа эш башҡарылған. Яҡынса 120 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғылған. Быйыл яҙғы игендең уртаса уңышы гектарынан 32 центнер тәшкил итте, былтырғынан гектарынан 17 центнерға юғарыраҡ.
Ҡайһы бер хужалыҡтар ужым культураларын сәсеүгә төшкән. Был – Архангел, Дыуан, Көйөргәҙе һәм Мишкә райондары.
Вице-премьер әйтеүенсә, техник парк тулыһынса әҙер. Ураҡ эштәрендә 3960-тан ашыу иген йыйыу комбайны ҡатнаша, был былтырғыға ҡарағанда 120-гә күберәк. Йыл башынан алып 73 яңы иген йыйыу комбайны һатып алынған.
Киләһе аҙнанан, һауа торошон күҙ уңында тотоп, ужым культураларын сәсә башларға иҫәп тоталар. Сәсеү майҙаны 500 мең гектар тәшкил итә, был уҙған йылдың кимәленә ҡарата тағы 192 мең гектар (2021 йылда – 308 мең гектар). Орлоҡтар тулы күләмдә тәьмин ителгән.
Бәреләбеҙ, янабыҙ, батабыҙ...
Кәңәшмәлә республика юлдарындағы хәлдәр тикшерелде. Һуңғы мәғлүмәттәр менән транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев таныштырҙы.
Министр белдереүенсә, йыл башынан алып иҫерек водителдәр ғәйебе менән 123 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Уның һүҙҙәренсә, уҙған аҙнала Башҡортостанда 65 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 73 кеше зыян күргән, етеһе һәләк булған. Йыл башынан республика юлдарында 208 кеше һәләк булған, был уҙған йылға ҡарағанда 40 кешегә аҙыраҡ, тип өҫтәне ул.
“2022 йылдың 1 авгусынан 7-һенә тиклем эскән килеш машинаға идара итеп тотолған водителдәрҙең һаны 243 кеше тәшкил иткән. Уларҙың туғыҙы юл-транспорт ваҡиғаһына осраған. Йыл башынан алып алкоголдән иҫереп йөрөгән водителдәрҙең дөйөм һаны 8 295 кеше тәшкил иткән. Уларҙың 123-ө юл-транспорт ваҡиғаһына осраған”, – тине Александр Булушев.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Рәйесе Фәрит Ғүмәров уҙған аҙнаның ғәҙәттән тыш хәлдәре тураһында бәйән итте. Уның белдереүенсә, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламалар ярҙамында 710 кешене уттан һаҡлап ҡала алғандар. Бөгөнгә республиканың торлаҡ фондын янғын тураһында иҫкәртеүсе приборҙар менән йыһазландырыу 51 процентҡа еткән. Йәрмәкәй (89%), Балтас (87,5%) һәм Нуриман (73,3%) райондары ошо күрһәткес буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 2022 йылда әлеге муниципалитеттарҙа янғындарҙа бер үлем осрағы ла теркәлмәгән.
Иң насар күрһәткестәр – Бәләбәй (42,6%), Кушнаренко (24,4%) һәм Благовещен райондарында (21,6%). Шул уҡ ваҡытта ағымдағы йылда Благовещен районында ғына янғындарҙа ун кешенең ғүмере өҙөлгән.
Дөйөм алғанда, үткән аҙнала республикала 224 янғын теркәлгән. Уларҙа 17 кешенең ғүмере ҡотҡарылған, өс кеше һәләк булған.
Әлегә урман янғындары буйынса ла хәлдәр тотороҡло.
– Әлеге осорҙа урман янғындары теркәлмәгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда урман янғындары майҙанын 23 тапҡырға кәметеүгә өлгәшелде, – тине Фәрит Ғүмәров.
Шулай уҡ комитет рәйесе белдереүенсә, һыу объекттарында 1-енән 7 авгусҡа тиклем алты кеше һәләк булған. 38 кешене ҡотҡарып ҡалғандар.
– Йыл башынан һыуҙа 55 кеше һәләк булған. Һыуҙа үлем осраҡтарының төп сәбәбе – йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү, – тине Фәрит Ғүмәров.
Бөгөнгә республикала махсус йыһазландырылған 124 пляж эшләй, тип өҫтәне ул. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй.
Яуаплы осорға әҙерләнәбеҙ
Санаңды йәй әҙерлә тигәндәй, әле Башҡортостанда әүҙем рәүештә ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек бара. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, әле коммуналь хеҙмәттәр – 71, торлаҡ фонды 69 процентҡа әҙер.
Үҙәк йылытыу системаларын йыуыу – 76 процент, гидравлик һынауҙар – 70 процент, дөйөм йорт иҫәбен алыу иҫәпләгестәрен ремонтлау һәм тикшереү – 58,3 процентҡа, элеватор төйөндәрен көйләү – 58 процентҡа, йылытыу торбаларын изоляциялау – 54 процентҡа, эҫе һыу менән тәьмин итеү 49 процентҡа тамамланған.
Әле ҡышҡылыҡҡа әҙерлек буйынса юғары күрһәткестәр Әлшәй, Бүздәк, Йәрмәкәй, Мәсетле, Дүртөйлө, Тәтешле һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында. Иң артта ҡалғандары – Баймаҡ, унда эштәр 39 процентҡа ғына тамамланған.
15 сентябргә тиклем барлыҡ коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре һыуыҡтарға тулыһынса әҙер булырға тейеш, тине Ирина Голованова.
Министр вазифаһын башҡарыусы хәбәр итеүенсә, республиканың ете муниципалитетында коммуналь селтәрҙәр яңы хужаларға тапшырыласаҡ. Был коммуналь селтәрҙәр буйһонған транзит ойошмалары бөтөрөлә. Был 1 сентябрҙән көсөнә инәсәк ҡануниәттәге үҙгәрештәргә бәйле. Төҙәтмәләргә ярашлы, файҙаланыуҙа булған һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү участкаларының оҙонлоғо 7 километрҙан кәм булмаҫҡа тейеш.
“Ошо ҡануниәткә тап килмәүгә бәйле, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты республиканың ете муниципалитетындағы 24 ойошманың транспортҡа тарифтарын бөтөрҙө. Был селтәрҙәр ташланған булырға тейеш түгел. Әле үк муниципалитеттар менән эш алып барыла. Мәсьәлә индивидуаль рәүештә хәл ителә. Селтәрҙәр йә шәхси милеккә ҡуртымға тапшырыла, йә иһә башҡа варианттар булыуы мөмкин”, – тине Ирина Голованова.
Йылылыҡ һәм һыу тәьминәте селтәрҙәренең бер өлөшө яңы ҡулдарға Бәләбәй, Мәләүез, Әбйәлил райондарында, шулай уҡ Өфөлә, Учалыла, Сибайҙа һәм Ишембайҙа тапшырыласаҡ.
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле башланыр алдынан “Управдом” форумдары үтәсәк. Был 20 августан 20 сентябргә тиклемге осорға тура килә. Унда башлыса кешеләргә йылылыҡ өсөн түләүҙе иҫәпләү системаһы нисек ойошторолғаны тураһында һөйләйәсәктәр.
– Беҙҙең төп бәлә шунда: беҙ кешеләргә күп нәмәне аңлатып еткермәйбеҙ. Хатта ябай 1/12 һәм 1/8 иҫәпләү системаһын да аңлап етмәгән кешеләр байтаҡ. Шуға күрә аңлатырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Радий Фәрит улы был “Управдом” форумдарында муниципалитет башлыҡтарына ла туранан-тура ҡатнашырға һәм кешеләр менән аралашырға ҡушты.
Ҙур ярыштар көтөлә
Ошо шәмбелә, 13 августа, Шишмә районының “Патриот” паркында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында “Геройҙар уҙышы” үтә. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
– Физкультурниктар көнөндә 107 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр командаһы “Патриот” паркы трассаларында ярышасаҡ. Бынан тыш, ошонда уҡ балалар командалары араһында урам баскетболы буйынса “Ҡыҙғылт һары туп” ярышының төбәк этабы үтәсәк. Унда ҡатнашыусыларға бүләккә 3 500 баскетбол туптары тапшырыласаҡ, – тине Руслан Хәбибов. – Спорт байрамы ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн өҫтәмә өс күңел асыу майҙансығы – “Форд Боярд” квесы, командаларҙың лазертаг хәрби-тактик уйынын, уҡ атыу һәм страйкбол тирын ойошторабыҙ. Беҙгә абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәй йыйылма командаларының спорт әҙерлеге үҙәге директоры Георгий Брюсов, 1992 йылда баскетбол буйынса олимпия чемпионы Светлана Антипова һәм 1972 йылда олимпия чемпионы, 1976 йылда Олимпия уйындарының бронза призёры, баскетболсы Иван Едешко килә.
Башҡортостан Башлығы республиканың власть органдары етәкселәренә “Геройҙар ярышы”нда әүҙем ҡатнашырға ҡушты.
– Был – барыбыҙ өсөн дә яҡшы спорт үҫеше нөктәһе. Беҙгә совет һәм Рәсәй спорты легендаларының килеүе бик шәп, – тине Радий Хәбиров.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА