

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Амкодор” холдингы предприятиелары тураһында яҙып сыҡты.
“Амкодор” белорус холдингының Башҡортостанда төҙөләсәк предприятиелары Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде. Һүҙ игенде урып йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереү заводы, махсус техниканы һәм ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәге хаҡында бара. Ике объект буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итә. 275 эш урыны булдырыла.
“Амкодор” табышҡа, мөлкәткә һалым буйынса льготаға һәм ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыуға дәғүә итә ала. Беҙ Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙыҡ. Заводтың проектлаусыһы тәғәйенләнде; ул “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә төҙөлә. Үҙәк өсөн иһә Өфөнөң Октябрь районында ер участкаһы һайланған.
Беҙ “Амкодор” менән дә, Беларусь Республикаһы менән дә оҙайлы хеҙмәттәшлек яҡлыбыҙ. Сентябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй транспорт һәм төҙөлөш конгресы эшендә ҡатнашыу өсөн Премьер-министр Роман Головченконы көтәбеҙ; форум барышында “МАЗ”, “Амкодор”, “МТЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең продукцияһы менән таныштырыу күҙаллана. Хеҙмәттәшлек һәм 2023 йылда Өфөлә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәре форумын үткәреү мәсьәләһен тикшерербеҙ”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: vk.com/agnazarov
Сығанаҡ: vk.com/agnazarov