Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Август 2022, 21:15

Бөтәһе лә өҫтөнлөклө статусын алды

Инвестиция сәғәтендә ауыл хужалығы, химия комплексы, ҡунаҡхана комплексына бәйле проекттар ҡаралды

Бөтәһе лә өҫтөнлөклө статусын алды
Бөтәһе лә өҫтөнлөклө статусын алды

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында Инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармаҡтарындағы яңы башланғыстар ҡаралды.

“Хлебодаровка” фермер хужалығы директоры урынбаҫары Полина Голубь ауыл хужалығы биләмәләренең уңдырышлылығын арттырыу иҫәбенә Мәләүез районында үҫемлекселекте үҫтереү проекты менән таныштырҙы. Һүҙ инвесторҙың 2021 йылда раҫланған мелиорацияны үҫтереү федераль программаһында ҡатнашыуы хаҡында бара. Хужалыҡ планында – файҙаланылмаған ерҙәрҙе әйләнешкә индереү һәм һуғарыулы биләмәләрҙең майҙанын 700 гектарға тиклем еткереү. Был юғары уңыш алыусы культураларҙы үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.

Бынан тыш, инвестиция проекты ауыл хужалығы техникаһы һәм эшкәртеүсе ҡорамалдар һатып алыуҙы, шулай уҡ социаль объекттар – ашхана һәм белгестәр өсөн ятаҡ төҙөүҙе күҙ уңында тота.

Һалынасаҡ аҡсаның дөйөм күләме – 770 миллион һум. Шуның менән бергә 55 яңы эш урыны булдырырға ниәтләйҙәр.

Республиканың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мелиорацияны үҫтереү дәүләт программаһы буйынса субсидиялар йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк. Бынан тыш, инвесторға агротехника һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтаралар.

Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү өлкәһендә тағы ла бер башланғыс – Мәләүез ит комбинаты (“Башҡорт лимузины” агрохолдингына инә) базаһында консерва цехы төҙөү. Был проект тураһында холдингының генераль директоры Олег Авласевич һөйләне.

Һуңғы бер нисә йылда Мәләүез ит комбинатын яңыртыуға 300 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде, тип билдәләне ул. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса предприятие 7,1 мең тонна ит һәм субпродукттар етештергән. Яңы инвестиция проектына тағы 100 миллион һум аҡса һалына.

Йылына 12 миллион банка консерва етештерәсәк производство бондар цехы бинаһында урынлашасаҡ һәм 25 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Продукция сығарыуҙы 2023 йылда яйға һалырға ниәтләйҙәр.

Киләсәктә инвестор консервацияны һаҡлау өсөн майҙанды киңәйтергә ниәтләй. Башҡортостан Башлығы өҫтәмә рәүештә сығарылған продукттарҙың ассортиментын арттырыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.

– Республикала агросәнәғәт комплексы бик яҡшы үҫешкән. Шуға күрә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү күләме буйынса ла алдынғы төбәктәр иҫәбенә сығырға тейешбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һис шикһеҙ, предприятиеға үҫеш мәсьәләләрендә ярҙам итергә әҙербеҙ.

Тәҡдим ителгән проектҡа дәүләт ярҙамы саралары сифатында республика технологик ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай.

“Өфө-Хим” компанияһының коммерция директоры Илшат Шиһапов Ишембай районындағы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы майҙансығында күп тармаҡлы химия комплексын төҙөү буйынса пландары менән таныштырҙы. Ул нефть промыслаһы тармағы өсөн төрлө өҫтәмәләр һәм реагенттар, шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләүгә һәм етештереүгә махсуслашасаҡ.

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә инвестор Рәсәй баҙарында химия продукцияһына потенциаль ихтыяжды өйрәнгән, проекттың бизнес-планын әҙерләгән һәм “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә ер участкаһын һайлап алған. Комплекс төҙөүгә 360 миллион һум аҡса һалына. Киләсәктә предприятие нефть химияһы өлкәһендә айырыуса иҡтисади зонаның башҡа резиденттары менән кооперация бәйләнештәрен яйға һалырға ниәтләй.

Республиканың инвестиция комитеты ҡаралған проектты хупланы. Ярҙам саралары сифатында “Өфө-Хим” компанияһы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы резиденттарына бирелгән ташламаларҙы аласаҡ.

Ҡыйғы районында ял базаһын төҙөү барышы тураһында “Айыу мөйөшө” компанияһын ойоштороусы Антон Слепов һөйләне. Инвестор Ҡолбаҡ ауылында ер участкаһы һатып алған, унда ҡунаҡхана, һауыҡтырыу комплексы һәм ҡунаҡ йорттары асырға, шулай уҡ кемпинг майҙансығын йыһазландырырға ниәтләй.

Проект сиктәрендә төҙөүселәр участкала урынлашҡан мәктәптең элекке бинаһын реконструкциялау эштәрен башланы ла инде. Һалынасаҡ аҡсаның күләме 120 миллион һумға баһалана.

Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса проект өҫтөнлөклө статусҡа эйә булды. Инвесторға ярҙам саралары сифатында төҙөлөшкә һәм инженер селтәрҙәре төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплайҙар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: