Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Август , 16:45

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Бөгөн 58 төҙөлөш тармағы  вәкиленә дәүләт наградалары тапшырылды

Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Бөгөн Өфөлә Төҙөүселәр көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тармаҡтың иң яҡшы вәкилдәренә Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, төҙөүселәр – илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың ышаныслы таянысы, уларҙың еңел булмаған яуаплы хеҙмәте тәрән ихтирамға лайыҡ.

“Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Йәмле йорттар, һоҡланғыс биналар, төҙөк ҡала, ауылдар, юлдар һәм күперҙәр, тормошобоҙҙо уңайлы иткән эштәр өсөн рәхмәт һеҙгә. Һеҙҙең тырышлыҡ менән республикабыҙ йылдан-йыл үҙгәрә. Һөнәри рекорд ҡуяһығыҙ. Тармаҡта алдынғылыҡты һаҡлайһығыҙ. Төҙөлөш күләме, торлаҡты сафҡа индереү буйынса беҙ – иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә. Йыл ярымда 4,5 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр яҡынса – өс миллион квадрат метр. Башҡортостан тарихында бындай күләм бер ҡасан да булғаны юҡ ине”, – тине Радий Хәбиров.

Ошо көндәрҙә төҙөүселәр емерек Донбассты тергеҙергә ярҙам итә, ут аҫтында үҙҙәренең һөнәри һәм кешелек бурысын башҡара, тип билдәләне республика Башлығы. Радий Хәбиров республиканың Луганск Халыҡ Республикаһында шефлыҡҡа алынған Шайморатов исемендәге мәктәбе барлығын һәм 1 сентябрҙә урындағы балаларҙың яңыртылған мәктәпкә барасағын хәтергә төшөрҙө.

“Беҙ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты нигеҙендә федераль аҡсаны әүҙем йәлеп итәбеҙ. Быйыл 4,4 миллиард һумды үҙләштерәбеҙ. Өфөнөң Ағиҙел аръяғында һәм Нефтекамала ҙур инфраструктура проекттарын башлауыбыҙ мөһим. Өфөнөң “Көньяҡ ҡапҡаһы” төҙөлә башланы, баш ҡаланан көнсығыш яҡлап сығыу юлы буйынса эш әүҙем бара. Быларҙың барыһы ла торлаҡ төҙөү өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Беҙҙең төҙөлөш комплексы үҙ бурысын үтәр, ҡалаларыбыҙ һәм ауылдарыбыҙ күркәм булһын өсөн өр-яңы уңайлы йорттар төҙөр, тип ышанам”, – тине Радий Хәбиров.

Бөгөн 58 төҙөлөш тармағы  вәкиле һөнәри байрам алдынан төбәк Башлығы ҡулынан дәүләт наградаларын алды.

Радий Хәбиров төҙөүселәргә һөҙөмтәле хеҙмәт өсөн рәхмәт әйтте, ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләне.

Фото: bashinform.ru/news

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в