

10 августа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығында IT-белгестәргә дәүләт ярҙамы сараларын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса матбуғат-брифингы уҙғарылды. Шулай уҡ унда эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыуҙы ябайлаштырыу өсөн электрон сервис булдырыу һәм үҫтереү тураһында ла һүҙ барҙы.
Башҡортостандың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин әйҙәүсе мәғлүмәт баҫмалары хәбәрселәренә, республика халҡының дәүләт хеҙмәттәрен электрон формала юллау механизмына ихтыяжы булыуы тураһында һөйләне. Шулай уҡ июндә эш башлаған “Һанлы милек һәм төҙөлөш” яңы сервисын тормошҡа ашырыу хаҡында ла әйтелде, дәүләттән ярҙам алған IT–компаниялар һаны тураһында көнүҙәк мәғлүмәттәр килтерелде.
- “Ташламалы IT-ипотека” проекты агрегаторы мәғлүмәттәре буйынса 12 майҙан 4 августҡа тиклем Башҡортостанда IT-белгестәргә ташламалы ипотека кредиты алыуға 177 ғариза бирелгән, уларҙың 124-е хупланған, 29 осраҡта кредит килешеүҙәре төҙөлгән. Барлығы 167,46 миллион һумлыҡ кредиттар бирелгән. Кредит ғаризаларының яйлап артыуы был ярҙам сараһына ҡыҙыҡһыныуҙы күрһәтә, - тип билдәләне Геннадий Разумикин.
Министр шулай уҡ федераль ярҙам саралары буйынса ла һандар килтерҙе – IT-белгестәрен армиянан кисектереү. Бөгөнгө көндә Башҡортостандан 197 егет заман ысынбарлығында һорау менән ҡулланылған һөнәр һайлау менән бәйле армиянан кисектереү алған.
Осрашыу барышында айырым иғтибар эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген уңайлы итеп алып барыуға булышлыҡ иткән мәғлүмәт технологиялары үҫешенә йүнәлтелде. Башҡортостандың һанлы үҫеш министрлығында бизнес өсөн республиканың INVESTRB.RU инвестиция порталында файҙаланылған яңы электрон сервисы тураһында һөйләнелде.
Бынан тыш министр быйыл Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тарафынан ябайлаштырылған һалым системаһын ҡулланған һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған айырым категория һалым түләүселәр өсөн түбәнәйтелгән һалым ставкалары билдәләнеүе тураһында закон ҡабул ителеүе хаҡында әйтте.