Иҡтисад
11 Август 2022, 07:15

Тағы ла ҡеүәтлерәге эшләнә

Радий Хәбиров яңы двигатель менән таныштырҙы

Тағы ла ҡеүәтлерәге эшләнәТағы ла ҡеүәтлерәге эшләнә
Тағы ла ҡеүәтлерәге эшләнә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Ул йәнә импортты алмаштырыу темаһына арналды.

“Беҙ барыбыҙ ҙа “Төньяҡ ағым” газ үткәргесе өсөн Siemens турбинаһы тирәләй барған хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтеп барабыҙ. Үҙ-үҙҙәрен мөйөшкә ҡыуған көнбайыш коллегаларыбыҙға характеристика бирмәйем. Ләкин бында төп аҡыл шунда: дуҫ булмаған илдәрҙән килгән партнерҙарыбыҙға башҡаса ышанырға ярамай. Беҙгә үҙебеҙҙең эшләнмәләр кәрәк, улар импортҡа бәйлелекте кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостанда был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла.

Беҙҙең сәнәғәт бренды – “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” производство предприятиеһының АЛ-31СТ двигателе, “Ростех” менән “Газпром”дың берлектәге проекты. Уны газ һурҙырыу агрегаттары приводы сифатында киң ҡулланалар. Беҙ был двигателдәрҙе “Себер көсө” газ үткәргесе һәм Ямалдағы Бованенков нефть һәм газ конденсаты ятҡылығы өсөн поставкалайбыҙ.

Әммә был – бөгөнгө көн, ә беҙ киләсәк тураһында уйлайбыҙ. Киләһе аҙым – АЛ-41СТ-25, ул тағы ла функциональ һәм энергиялыраҡ, уның ҡеүәте – 25 МВт. Ошо двигателдең тәүге һынау өлгөләре 2023 йылдың аҙағында – 2024 йылдың башында барлыҡҡа килә. Газ тармағы өсөн двигателдәр линейкаһын артабан да үҫтерәсәкбеҙ һәм уларҙы етештереүҙе арттырасаҡбыҙ”, – тип яҙҙы ул.

Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге шәхси сәхифәһенән. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас