Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Август 2022, 19:00

Урал аръяғында яңы туристик машруттар асыласаҡ

Маршрутҡа шулай уҡ тәбиғәт ҡомартҡылары - Ғәҙелша шарлауығы, Граф һәм Талҡаҫ күлдәре, Ирәндек һырты һәм Мөжәүир хәҙрәттең ҡәбере инә

Урал аръяғында яңы туристик машруттар асыласаҡ
Урал аръяғында яңы туристик машруттар асыласаҡ

Тиҙҙән матур тәбиғәтле Баймаҡ районында туристар өсөн яңы маршруттар асылыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районы эшҡыуары Денис Өмөтбаев менән осрашҡанында белдерҙе һәм үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙҙы.

"Яңыраҡ Баймаҡ районы Назар ауылындағы Денис Өмөтбаев фермаһында булдым. Бында уның ғаиләһе бер нисә быуын инде үҙ ҡулдары менән тәмле ҡымыҙ етештерә. Ул ҙур популярлыҡ менән файҙалана - һәм ғәжәпләнерлек түгел.

Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына төбәктә гастрономия туризмы элементы булараҡ ҡымыҙ мәҙәниәтен үҫтереү мөмкинлеген өйрәнергә ҡуштым. Бөгөн Денис Өмөтбаевты осрашыуға саҡырҙым. Яҡын арала агрохужалыҡты Урал аръяғы буйлап яңы турмаршруттарға индереү вариантын әҙерләйәсәкбеҙ. Маршрутҡа шулай уҡ тәбиғәт ҡомартҡылары - Ғәҙелша шарлауығы, Граф һәм Талҡаҫ күлдәре, Ирәндек һырты һәм Мөжәүир хәҙрәттең ҡәбере инә.

Һуңынан ошо урындарҙы "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм" ғилми-ғәмәли конференцияһы һәм мәктәп туризмы программаһына индерергә мөмкин.Тиҙҙән Баймаҡ районының күркәм урындарына тағы ла күберәк туристар килә һәм иң тәмле ҡымыҙҙан ауыҙ итә аласаҡ", - тип яҙған ул.

Фото: Андрей Назаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: