Иҡтисад
12 Август 2022, 06:30

56 проектҡа – 200 миллион һумға яҡын грант

Эксперттар Өфөләге IT-клубында осрашыу үткәрҙе.

56 проектҡа – 200 миллион һумға яҡын грант56 проектҡа – 200 миллион һумға яҡын грант
56 проектҡа – 200 миллион һумға яҡын грант

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандағы Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге эксперттары Өфөләге IT-клубында осрашыу үткәрҙе. Республиканың инновациялы предприятиелары һәм ҙур үҫеш институттары: Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды, “Сколково” фонды, Венчур фонды вәкилдәре бер майҙанда, “Киләсәк фабрикаһы” бизнес-үҙәгендә йыйылды.

Эксперттар IT-стартаптарға финанс ярҙамы саралары, атап әйткәндә, Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды конкурстары тураһында һөйләне. Был конкурстарҙа еңеүселәр 500 меңдән 30 миллион һумға тиклем грантҡа иҫәп тота ала. Клубта ҡатнашыусыларҙы аҡса алыуға ғаризалар әҙерләү шарттары һәм нескәлектәре, конкурстың киләһе этаптары менән таныштырҙылар, грант программалары буйынса ғаризаны ҡарауға йоғонто яһарҙай хаталарҙы тикшерҙеләр.

– Беҙ көрсөккә ҡаршы сараларҙың өсөнсө пакеты сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһында инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге”н астыҡ. Һәм был дөрөҫ ҡарар булды. Үҙәк инновациялар өлкәһендәге оҫталарҙың идеяһын уңышлы үҫтерә, уларҙың предприятиелар менән үҙ-ара бәйләнешен көйләй. Импортты алмаштырыу өсөн инновацияларға булышлыҡ итеү, технологиялар трансферы һәм интеллектуаль милекте һаҡлау программаһын ғәмәлгә индерҙек. Көрсөккә ҡаршы планда был маҡсатҡа 50 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Фондтан ярҙам алған импортты алмаштырыу йүнәлешендәге стартап-проекттар республика бюджетынан өҫтәмә финанслауға дәғүә итә ала, – тине Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Былтыр Башҡортостан компаниялары Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан 258, 5 миллион һум алған. Был аҡса 36 проектты үҫтереүгә йүнәлтелгән.

– Быйыл Башҡортостандан 57 проект Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды тарафынан хупланды һәм 196 миллион һумлыҡ грант алды. Әле “Коммерциялаштырыу”, “Старт” программалары буйынса ғаризалар ҡабул ителә, “Һанлы иҡтисад” милли программаһы буйынса “Һанлаштырыу-ҺТ” конкурсы ойошторолдо. Проекттары һайлап алыу талаптарына яуап биргән оҫталар конкурста ҡатнашып, уларҙы үҫтереүгә аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Беҙ инноваторҙарға ойоштороу һәм мәғлүмәти ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ, – тине Башҡортостандағы Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге директоры Руслан Шәймөхәмәтов.

Әйткәндәй, IT-клубта осрашыуҙар даими үткәреләсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас