

Тиҙҙән хозур тәбиғәтле Башҡортостанда туристар өсөн яңы заманса ял итеү урындары асылыуы ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙҙы.
"Рәсәй Президенты Владимир Путин туристик инфраструктураны үҫтереүҙе тиҙләтеү бурысын ҡуйҙы, шул иҫәптән «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә лә. Башҡортостан был эшкә әүҙем ҡушылды.
Республикала тәүге глэмпинг 2020 йылда эшләй башланы. Хәҙер улар 40-ҡа еткән. Яҙғыһын Ҡырмыҫҡалы районында милли проект сиктәрендә тәүлек әйләнәһенә ҡунаҡхана эш башланы. Инвестор 12 миллион һум һалған. Әле бында 16 урын бар, эшҡыуар артабан да үҫешергә ниәтләй - «Башҡортостан микрокредит компанияһы» уға 1,5 миллион һум аҡса биргән.
Беҙ ер участкалары менән инвестиция карталары төҙөнөк: платформала биләмә, бер нисә инженер инфраструктураһы һәм юлдар тураһында бөтә мәғлүмәт бар. Эшҡыуарҙар майҙансыҡты дистанцияла һайлай ала. Бизнесҡа уңайлы булһын өсөн инвестиция карталарынан тыш дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған: ҡунаҡханалар өсөн 5 йылға өҫтәлгән хаҡҡа һалымдың нуль ставкаһы, инвестиция проекттарына һәм рефинанслауға льготалы кредиттар, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн 6 айға тиклем кредит каникулдары, гранттар, эквайринг өсөн комиссияның сикләүе, мөлкәт ярҙамы.
Быларҙың барыһы ла ыңғай һөҙөмтә бирә: берҙәм ведомство-ара мәғлүмәт-статистика системаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо йылдың биш айында туризм өлкәһендә халыҡҡа түләүле хеҙмәттәр күрһәтеү күләме республикала 16 процентҡа артҡан һәм 4 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Шифахана-курорт хеҙмәттәре күләме - 22,4 процентҡа, турагентлыҡтар һәм туроператорҙар хеҙмәттәре күләме 32,7 процентҡа артҡан.
Өфө проектының ҡалаларҙың туристик үҙәктәрен ойоштороу буйынса конкурста еңеп сығыуы һәм баш ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлауға 215 миллион һум аласағы билдәле булды. Башҡортостанда туризм инфраструктураһын үҫтереүгә конкурста ла ҡатнашабыҙ - Ростуризмға 346 миллион һумлыҡ 3 ғариза ебәрҙек. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу 176,5 миллион самаһы шәхси инвестициялар йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
Ошо көндәрҙә мин 2035 йылға тиклем туризмды үҫтереү стратегияһын раҫланым. Был ваҡытҡа туристар ағымы - 5,4 миллион кешегә тиклем, ә туриндустрия күләме йылына 25 миллиард һумға ҡәҙәр артыр тип иҫәп тотабыҙ", - тип яҙған ул.
Фото һәм сығанаҡ: Андрей Назаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.