

– Беҙҙең ауылдар күлдәр араһында урынлашҡан: Борауыш, Ыштанкүл, Ҡаракүл, Ялан Ҡаракүле... Шуға ла тирә-яғыбыҙҙа иҫ киткес матур йәшеллек... – тип ҡулы менән иҙәп күрһәтә фермер хужалығы идарасыһы Рәмил Әминев, баҫыуға комбайндар янына китеп барышлай. Уның ошо яҡтың, йәйге ҡайнар миҙгелдә көндө төнгә ялғап эшләгән төбәгенең, тәбиғәте тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә лә әҙер булыуы һиҙелеп тора. Тик ул арала беҙ яҫмаларҙы “йотоп” йөрөгән комбайн янына килеп тә туҡтаныҡ.
Комбайнсы Илдар Байғусҡаров кабинаһынан төшөп беҙҙең янға килеүгә Азат Бикҡужин да автомашинаһы менән елдереп килеп етте, йәһәтләп кенә бергәләп баҫып фотоға төштөләр ҙә, кузовы тулғансы иген тейәгән машина артабан елдерҙе. Бункерына 9,5 кубометр һыйҙырышлы комбайн да яҫмалар буйлап йөрөшөн дауам итте. Эш көтөп торғанды яратмай шул бындай урында. Йәйге бер көн йылды туйҙыра, тиҙәр бит.
– Көнөнә 100 тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алабыҙ, – ти Рәмил Рәшит улы. – Кадрҙарға мохтажлыҡ беҙҙә булмай тиһәң дә ярайҙыр, әле 27 кеше эшләй. Хужалыҡ үҙ эшен 600 гектарҙан башлағайны, хәҙер был майҙан 3 200 гектар тәшкил итә, ләкин ҡыйынлыҡтарһыҙ ҙа булмайҙыр инде был донъяла: күреп тораһығыҙ – арыш ергә йығылған, яңыраҡ булып үткән ел-дауыллы ғәрәсәт шулай итте. Хәҙер урып-һуғып алыуы ҡатмарлаша, ә беҙ аяҙ миҙгелдең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырышабыҙ бит инде. Бойҙай баҫыуҙары ла ошондай хәлдә, шул йәнде әрнетә...
Элина Ҡормаеваның Түбәнге Төкөн ауылында нигеҙләнгән был фермер хужалығы һәйбәт күрһәткестәргә ирешеп кенә ҡалмай, уның ауыл халҡы араһында ла абруйы үҫә бара. Ни өсөн тиһәң, йүнселдең ярҙамы ла ҙур: ҡыш көнө юлдарҙы ҡарҙан таҙартып ҡуя, йәй юл ситтәрендәге ҡый үләнде лә сабып сығалар, әле иҫкергән ағас күпер ремонтлана... Һәм, әлбиттә, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килеүе лә хәл иткес әһәмиәткә эйә. Тиҙҙән бында, мәҫәлән, сыр эшләү цехы асылырға тора.
Райондың башҡа хужалыҡтарында ла урып-йыйыу эше ҡыҙа. 10 авгусҡа ҡарата төбәктә 6943 гектар иген культуралары сабылған, был бөтә майҙандың 16 проценты тигән һүҙ. Барлыҡ баҫыуҙарҙың 14,6 процент ере һуғып алынған да инде. Игендең уңышы гектарынан 39,6 центнер тәшкил итә.
Ҡырмыҫҡалыла ужым культураларын 15 мең гектарҙа сәсеүгә планлаштырған, шуның ете мең гектары – көҙгө бойҙай. Был эште башҡарыу өсөн 18 сәсеү агрегаты әҙерләп ҡуйылған. Көҙгө сәсеү эштәрен район уңғандары 15-20 көн эсендә теүәлләргә ниәтләй. Ҡайһы бер хужалыҡтар был сараға ошо көндәрҙә үк тотонасаҡ.
Быйылғы ураҡҡа райондың 71 иген комбайны йәлеп ителгән. Уларға техник тикшереү үткәрелгән, бөтә техникала эшләргә механизаторҙар бар. Ырҙын табаҡтары ла тулы әҙерлек хәлендә, ураҡта ҡатнашҡандар өсөн көнөнә дүр тапҡыр ҡайнар аш ойошторола, яғыулыҡ ташыуҙа өҙөклөккә юл ҡуйылмай.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН
Ҡырмыҫҡалы районы