Иҡтисад
12 Август 2022, 08:00

“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”

Тиҙҙән тағы ла яңы автобустар юлға сыға.

“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә транспорт мәсәьәләһен телгә алды.

“Өс йыл элек транспорт реформаһын башлағанда тап НефАЗ беҙгә терәк-таяныс булып, автобустарға тәүге заказды сираттан тыш ҡабул иткәйне. Һәм беҙгә урамдарҙы “пазиктар”ҙан таҙартыу мөмкинлеге тыуҙы.

Ошо ваҡыт эсендә ҙур, урта һәм бәләкәй класлы 943 автобус һатып алдыҡ. Шуларҙың 201-ен республика заказы буйынса НефАЗ сығарҙы. Әле заводта яҡшы һыйҙырышлы, матур, уңайлы, хәүефһеҙ йәнә 63 ҙур автобусты йыйыу тамамланып килә. Улар газ-мотор яғыулығында эшләй – экологик күҙлектән был бик мөһим, айырыуса ҙур ҡалаларҙа.

Был автобустарҙы Өфөләге һәм Өфө агломерацияһында ихтыяж ҙур булған маршруттарға ебәрәбеҙ, әле кешеләрҙең үтенестәрен анализларға ҡуштым. Атап әйткәндә, улар Өфөнөң Затон, Дим, Инорс, Сипайлово биҫтәләрен хеҙмәтләндерәсәк. Бер өлөшө урта класлы автобустарҙы алмаштырасаҡ. Уларҙы республика райондарында файҙаланырбыҙ.

Шуныһы мөһим: автобустарҙы алмаштырыу буйынса эшебеҙ пассажирҙар ташыу буйынса шәхси ойошмаларҙың да автомобиль паркын яңыртырға этәрә. Һуңғы ике йылда улар 150-нән ашыу яңы автобус һатып алған.

Хәҙер беҙҙең транспорт реформаһы әүҙемләште, иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә. Халыҡ пассажирҙар ташыуҙы яйға һалыуҙы – маршруттарҙы оҙайтыуҙы һәм арттырыуҙы, хәрәкәт графигын яңынан ҡарауҙы, райондар эсендәге биләмәләрҙә автобус хәрәкәтен асыуҙы һорай. Әкренләп барыһын да эшләрбеҙ.

Фото: vk.com/wall413272232_857791

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_857791

 

“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
“Иҫке автобустарҙы хәтерләмәйбеҙ ҙә...”
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас