

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Төҙөүселәр көнө алдынан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ҡотланы.
– Башҡортостан Республикаһы бер нисә йыл дауамында илебеҙҙә төҙөлөш тармағы лидерҙарының береһен тәшкил итә. Төҙөлөш эштәре күләме, торлаҡты сафҡа индереү, инфраструктураны үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инәбеҙ. Былтыр 2 миллион 906 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Йыл башынан алып 1,4 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ сафҡа индерелгән, – тине вице-премьер.
Алан Марзаев төҙөлөш тармағы эшсәндәренә ныҡлы һаулыҡ, барлыҡ башланғыстарында уңыштар һәм ғаилә бәхете теләне. 29 кеше Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды, 32 кеше “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” маҡтаулы исемен алды, 10 кеше рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press